Гел эшкә башкөллө сумып ултырып булмай (күпме тырышма, рәхмәт тип әйтеүесе аҙ була), миҙгел быйыл бик шәптән булмаһа ла, ҡалған көндәрҙә әҙәмсә ял итеп ҡалырға ашыға кеше. Алмаған отпускыһын алып.
Редакциянан, тағын саҡ ҡына ултырһам, баш тубал һымаҡ була тип, Айгөл дә ялдарын алды. Кеше шатлығына шатлана белгән - беҙ, ҡушҡуллап, фатихалар биреп, оҙатып ҡалдыҡ. Йәй ҡояшы менән ҡыуандырмаһа ни, күңелдә, уның ҡарауы, ҡояштың һүнгәне юҡ. Дәрт бар, дарман да етерлек, Халиҡовтар ғаиләһе донъя буйлап сығып китте.
...Ҡазанға ла барып еткәндәр. Тура килгәс, килә икән - триатлон буйынса ярышҡа барып юлыҡҡандар. Ҡарап тора торғас, әлбиттә, ҡыҙышып киткәндәр: беҙ ҙә йүгерәйекме әллә? Ойоштороусыларға өндәшкәндәр, тегеләре ҡырҡа баш тартҡан: алдан заявка бирергә ине.
Йәл. Ярышһалар, мотлаҡ берәй урын алырҙар ине. Хәйер, быныһына әллә ни үкенмәгән-үпкәләмәгәндәр, сәфәрҙәре, ярышмаһалар ҙа, бик ҡыҙыҡлы, мәңге иҫтә ҡалырлыҡ булған - шәһри Ҡазан бит ул!