-3 °С
Облачно
Быныһын кем белә, әммә һәр саҡ нимәгәлер таянғы, мөғжизәгә ышанғы килә. Бөгөн беҙ, әллә йәнгә тыныслыҡ эҙләп, таянысҡа мохтажлыҡ кисереп, әллә, былай ғына, көн матурында өлгөрөп ҡалайыҡ тип, ҡырға сыҡтыҡ.
...Имәнде ҡосаҡлаһаң, ирҙәргә, ҡайынды ҡосаҡлаһаң - ҡатын-ҡыҙға дауа була, йәнен тынысландыра икән, - кемеһелер шулай тип хәбәр һалды. Саҡ торған кешегә етә ҡалды, әл дә бында имәне лә, ҡайыны ла бар икән, һәр беребеҙгә ҡосаҡлар йән эйәһе (ағастар ҙа тере заттар) табылды.
Кемдер, бәлки, көлөр, әммә улар иң аҡыллы заттарға ҡарағанда ла аңлыраҡ һымаҡ тойолдо, борсолоулы уйҙар, һыпырып алғандай, юҡҡа сыҡты.