Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
30 Сентября , 15:32

Һорап алмаған шатлыҡ

Бүләктең көтөп алынмағаны һәйбәт. 

Һорап алмаған шатлыҡ
Һорап алмаған шатлыҡ
Алаһын алып, бирәһен биреп бөттөк тип ултырған мәл һәм, бына һиңә, беҙҙе бөгөн сюрприз көтөп торған.
Тормошта нисегерәк була: ниндәйҙер награда кәрәк икән, күҙ йәшеңде ҡойоп, аяҡтарыңды талдырып, сап та сап, үҙеңдең шул-шул наградаға лайыҡ икәнеңде иҫбат ит. Ҡай саҡ уй килә: ниңә кешене улай яфалайҙар икән, нисек эшләгәнен үҙегеҙ күрһәгеҙ ҙә, ҡарағыҙ, энә күҙенән үткәрегеҙ, самалағыҙ ҙа, бирегеҙ. Алған кешегеҙ белмәй ҙә ултырһын, ул саҡта ҡалай шәп булыр ине! Бүләктең баһаһы ла бермә-бер артыр ине, юҡһа, күҙ йәше түгеп, кемгәлер инәлеп, ҡай саҡ күтәренеп күстей ташып... 
Бөгөнгө наградабыҙ шуныһы менән ҡәҙерле - көтөлмәгән булыуы менән. Айнур Бирғәлиндең, Башҡортостан мосолмандары диниә назараты рәйесенең, Маҡтау грамотаһын икенсе Айнур, район-ҡала имам-мөхтәсибе А. Ҡәҙимов тапшырҙы. 
- "Юшатыр" гәзите инде нисәмә йылдар, беҙҙең дини эштең генә түгел, башҡорт, татар, сыуаш мәҙәниәте, теле мәнфәғәтендә хеҙмәт итә, - тип баһабыҙҙы күтәрҙе Айнур хәҙрәт, - оператив, тура телле баҫма...
Барыһын яҙып тормайбыҙ (уңайһыҙыраҡ), ә бына рәхмәтте әйтәбеҙ: көтмәгәндә шатлыҡ бүләк иткәнегеҙ өсөн рәхмәт, Айнур Азамат улы, Айнур Сәлим улы! 
Автор:
Читайте нас: