-3 °С
Облачно
Үткән быуаттың алтмышынсы йылдарында сығарылған автомобиль, әле һаман, ыһ та итмәй, ҡала урамдарынан елдерә. Хәҙерге заманда йөрөгән машиналар уға, беләбеҙ, кәмеһетеп ҡарап үтә, уны бахырға һанай, ә был ғорур зат, төрлө мыҫҡыллы йылмайыуҙарға иғтибар итмәй, тегеләрҙеке һымаҡ, кондиционеры, спутниктан эҙләү системаһы, круиз-контроль, АБС, автопилот, тағы әллә нәмәләре булмаһа ни, уның һымаҡ оҙон ғүмер юлын үтеп ҡараһындар әле. Үҙҙәрен ике-өс йыл тоталармы-юҡмы, һатып ебәрәләр, ә уға хужаһы ғүмере буйы тоғро ҡалды, сит ҡулдарға бирмәне, һөйгән йәреләй күреп, яратты, һыйпаны, иркәләне, өҫтөнә саң ҡундырманы, көйһөҙләнгән сағында ла көйөн тапты, хыянат итмәне.