Все новости

Ҡарт тип кем әйтһен?

Уларҙы был байрам менән ҡотлауы ла уңайһыҙ.

Ҡарт тип кем әйтһен?
Ҡарт тип кем әйтһен?

Ҡарттар тип әйтеп ҡара уларға! Беренсе булып Тәлғәт ағайыбыҙ килеп алды бүләкте, Ололар көнөнә тип атап алған тоҡсайыбыҙ бар, килегеҙ тип тауыш биргәс тә.
Артынса Урал ағай ишектә пайҙә булды, Элфрида апайға үҙебеҙ алып барҙыҡ.
Балалар, ейәндәр тип ғүмер итеүҙәре. Ваҡыт юҡ - бына ғәләмәт, пенсияла үҙ көйөңә йәшәп тик ят, тик, журналистар бит улар, һаман булһа тынғыһыҙҙар. 

Тәлғәт Шаһманов һаман булһа, төп шөғөлө - китап тип һаташа, Урал Ҡәйүпов баҡса үҫтерәм ти, Элфрида Талипова юҡ-юҡта теге йәки был сараға саҡырып торалар, шунда елләнеп ҡайтам, тип ҡыуана. Нимәһе шатландырҙы: коллегаларыбыҙ әле булһа, элеккеләй шаяндар, тормошҡа ғашиҡ кешеләр. Артабан да ошо көйө ҡалығыҙ, туғандар, байрамығыҙ менән! 
Автор:
Читайте нас: