Все новости

Иң мөһим теләк

Ошо теләгебеҙ тормошҡа ашһа, миллионлап кеше бәхетле булыр ине.

Иң мөһим теләк
Иң мөһим теләк
Миллиондар иҫәбендә, әлбиттә, беҙҙең Гөлназ да бар. Ул бөгөн үҙенең тыуған көнөн билдәләй, ошо матур сәбәп беҙҙе кафеға алып китте. 
Бер мәлгә бар донъяны онотоп тигәндәй ултырҙыҡ. Юҡ, алдайбыҙ, барыбер бөтәһен дә онотоп булманы. 
- Ирең иҫән-һау булып, тиҙерәк ҡайтһын, - иң мөһим теләгебеҙ ошо булды, - йәнең икегә ярылмай (бер яртыһы бында, икенсеһе - тегендә), бер бөтөн булып, икәүләп парлы булып ҡартайып, өс һылыу ҡыҙҙарығыҙҙы кейәүгә биреп, егәрле, уңған кейәүҙәр, янығыҙҙа, өләсәй ҙә олатай тип, тупылдашып, йүгереп йөрөгән ейән-ейәнсәрҙәрҙе һөйөп, оҙон-оҙаҡ йәшәргә яҙһын. Һуғыш бөтһөн. 
Автор:
Читайте нас: