Һыҡтап ултырырға сәбәп тә юҡ һымаҡ, әллә нимәһенә ҡайһы ерҙелер нимәлер килтереп сәнсеү башлай. Тотоп ҡына һораһалар, быға яуап, аҡланыу, аңлатыу табып булмай.
Әллә үткәндәрҙә ҡалған үкенестәр ебәрмәй (улары һәр кемдә бар), әллә иртәгә нимә көтөрөн белмәү иҙә... Кемделер йәлләү, шул иҫәптән, хатта үҙеңде йәлләү тигәне лә күҙ йәштәре сығара ахры.
Ғүмер уҙа аҡҡан һыуҙар кеүек,
Йөрәктәрҙә ҡала яраһы.
Кемдәр әйтер, кемдәр һанап бирер
Тағын күпме ҡалды бараһын?
Бына әле генә, ошо мәлдә, йәшәйбеҙ, көлөшәбеҙ, һөйләшәбеҙ, йырлашабыҙ, бер минут үтер, сәғәт, тәүлек, ул мәл инде тарихта ғына ҡалыр, беҙ артабан, һуҡмағыбыҙ буйлап, билдәһеҙлеккә табан китәбеҙ.
...Федоровка районы Юлдаш ауылындағы бынауы табын, йыр, ана, ҡалай уйҙар уятты. Был йырлашып ултырыу бер генә мәл булған. Ҡабатланмаҫ мәл.
Ғүмер уҙа иҫкән елдәр кеүек,
Йөрәктәрҙә ҡала үкенес.
Әжәлдәрҙән дарыу булмаҫ инде,
Хоҙай йәшәр өсөн бирһен көс.