«Юшатыр» гәзитенең дә төп темаһы ошо тема булды ахры. Егеттәребеҙ ҡайтһа (ялға ғына әлегә), илереп ҡыуандыҡ, улар тураһында яҙҙыҡ (үҙҙәре теләһә генә, «тегенән» ҡайтҡан кешенең, давай, яҙайыҡ, тип күҙенә кереп барманыҡ бер ҡасан да, беҙҙә уның ҡайғыһы бик юҡ), һәр бер матәм митингыһында булдыҡ, уларҙы һеҙ үҙегеҙ уҡып, илап ултырҙығыҙ...
...Павловкала мәктәпте яптылар, балалар баҡсаһын да. Свободала мәктәптең ишектәре ғүмерлеккә (ваҡытлыса ғына тиһәләр ҙә, уның кире асылыуына ышаныс юҡ) ябылды. Ҡалала стадион, Ермолаевола бассейн, йәнде көйөҙөрөп, һаман шул көйө ултыра бирә. Һайлауҙар үткәрҙек, Һабантуйҙа йөрөнөк. Һабантуй тигәндән, һуғыш осоронда уныһы кәрәкмәйҙер тип, беҙгә бер нисә кеше шылтыратты, яҙҙы.
...Был һуғыштан тыш та бәләләребеҙ күп ине. Ҡанҡойош алдында улары бер аҙ һүнеп, юғалып ҡалды, шулай ҙа, был проблемалар янынан, уларҙы бөтөнләй күрмәй, ишетмәй үтеп китеп булманы – бөтәһе лә гәзиттә яҡтыртыла барҙы. Ҡайһыһы ғына, бәлки, төшөп ҡалғандыр. Төшөп ҡалғанынан береһен әйтәбеҙ: Молокан юлын быйыл көҙҙә яптылар. Урындағы егеттәр, юлға алама ҡырсын түшәйһегеҙ тип, ҡараңғы кистә, йөк машиналарына юлды быуҙы. Полиция килде, ул саҡта район башлығы вазифаһын А. Сәйфуллин башҡара ине, ул килде. Беҙ ҙә барҙыҡ.
Йылға йомғаҡлау һүҙе гәзиттә баҫыласаҡ.