Все новости
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
29 Декабря 2024, 10:28

Һуңғыһы түгел

Нисәнсе тапҡыр ошолай ултырыуыбыҙҙыр?

Һуңғыһы түгел
Һуңғыһы түгел

Гәзиттә, башлыса, гел бер үк кешеләр эшләй, килгәне-киткәне, әлбиттә, күп булды, моғайын әле иң тоғролары, эштәрен яратҡандары ғына ҡалғандыр.
Нисәнсе ҡыштарҙы, яҙ-йәй-көҙҙәрҙе әлегеләй ҡаршы алабыҙ, һанаһаң... Хәйер, уны нимәгә һанарға, бәхетлеләр сәғәткә ҡарамай тигән кеүек, ваҡыт үтә тора, табындар була тора - ғүмер арбаһы үҙ яйына тәгәрәй.
...Яңы йылды ҡаршы алдыҡ. Сираттағыһын. Үҙебеҙсә уға йомғаҡ яһаныҡ, дөйөм алғанда, барыһы ла бик үк насар түгел. Бер-беребеҙҙең иҫән, бөтөн булыуына, ғөмүмән, булыуыбыҙға, ер өҫтөнән йөрөп ятыуыбыҙға ҡыуаныштыҡ.

Бәхет шәмдәрен ҡабыҙыу еңелдән түгел,
Әле яна, әле һүнә кешелә күңел.
Юғалтыуҙар табыштары аралаш килә,
Ҡайғыны ла, шатлыҡты ла һуңғыһы тимә.
Һуңғы табыныбыҙ түгелдер был тип ышанабыҙ, алда улары күп булыр, шатлығы ла, күңел төшкән мәлдәре лә булыр, иң мөһиме: күҙ йәштәребеҙ бәхеттәнме әллә бойоғоу-һағыштарҙан тамамы, шул ваҡытта гел бергә булайыҡ. Шулай йәшәүе еңелерәк. 
Автор:
Читайте нас: