Все новости

Тормош дауам итә

2025 йылға, шөкөр, аяҡ баҫтыҡ.

Тормош дауам итә
Тормош дауам итә
Эшебеҙгә ингән ерҙә, тупһала, үтеп сыҡҡыһыҙ ҡар менән тулды, 1,2 көндәрендә боттоң төбөнә тиклем тиерлек көрт булды, әле генә үҙ көсөбөҙ менән аҙыраҡ таҙартылды (хәйер, бөтөн Күмертау шулай: тротуарҙар юҡ). 
Тып-тын, береһе лә ишек ҡаҡмай, шылтыратыуҙар ғына бер нисәү булды. Күңелһеҙ, әйтерһең, был донъяла япа-яңғыҙ ҡалғанһың. 
Ниһайәт, бөгөн донъя ҡыбырлай башланы. Гәзиттең тәүге һанын алып килделәр. Бер нисә кеше уны килеп тә алды, күңелле булып китте - тормош дауам итә.
Үткән йылда бер үҙебеҙҙе ҡалдырмаған барлыҡ дуҫтарыбыҙға рәхмәт, быйыл да, ышанабыҙ, беҙҙе яңғыҙлыҡ утында яндырмаҫһығыҙ, тип уйлайбыҙ. Иҫән булайыҡ, бергә булайыҡ, яңғыҙлыҡҡа дусар булмайыҡ. 
Автор:
Читайте нас: