Кәңәшмәләр, ултырыштар, семинарҙар, симпозиумдар, форумдар, тағы әллә ниндәй хәбәрҙе күп һөйләй торған саралар кешелек менән бергә барлыҡҡа килгәндер ул. Илдә ниндәй ҡоролош булмаһын, етәкселәр алмашып тормаһын, был сараларҙың башы ла, аҙағы ла юҡ.
Бер көндә барып ҡайтҡаны ла була, оҙаҡҡараҡ һуҙылғаны ла. Кемдер ярата бындайҙы, тулы залда көнө буйы ултырыуҙы, ара-тирә ҡул сабыуҙы мәртәбәгә һанай. Ә телмәр бында күп яңғырай һәм, әлбиттә, ҡотлашыуҙар, бүләк бирешеүҙәр күп була- алдынғыларҙы айырып әйтәләр. Һуңғы йылда үтә ныҡ күбәйҙе бындай ултырыштыр, логика буйынса, алдынғы, шәп эшләгәндәр ҙә артҡандан-арта, аҙна һайын кемдер атҡаҙанған була, икенсеһе халыҡ исемен алып ҡайта, өсөнсөһө миҙал таға. Шәп кешеләр күбәйә, тормош, ниңәлер, бик яҡшырмай.
Ултырыш-форумдарҙы үҙ иткәндәр, шул-шул көндө сара була тигәнде алдан уҡ белгәс тә һорайҙар: ә унда ҡуна ятабыҙмы?
Көндәлек тормоштан арынып, ситтә бер аҙ ял итеп ҡайтҡылары килә, күрәһең. Ысынлап та, командировочный түләнә, тегендә ашаталар-эсерәләр, йомшаҡ түшәктәргә һалып йоҡлаталар, былар барыһы ла дәүләт иҫәбенә, эше эш менән, бер генә йәшәйбеҙ, ниңә, рәхәтләнеп, йөрөп ҡайтмаҫҡа?
Уныһы шулай, тик был яҡшы ниәтте өйҙәгеләр аңлаһа, бик хуш. Ғәҙәттә, ҡуна ята торған сараға бер аҙна ваҡыт ҡалһа, ошолайыраҡ башлана:
- Кем менән бараһың? Тағы кем була?
- Кем менән булһын, үҙебеҙҙекеләр инде.
- Унда барғас, ҡайҙа йоҡлайһығыҙ?
Нимә тип яуап табырға? Эш буйынса ла баһа, атаҡ, бик барғы килеп тормай әле, өҫтән әйттеләр бит, бармай булмай, һин ғауғалай, ебәрергә теләмәй тип, генеральныйға шылтыратайыммы, бына ҡыҙыҡ.
Ысынында, бик ҡыҙыҡ түгел. Кәңәшмәгә түгел, әйтерһең, һөйәркәләр эйәртеп, курортҡа китеп бараһың.
- Нимәгә һиңә алмаш кейем?
- Бәтәс, көнө буйы бер кәстүмдә йөрөйммө алйот кеше һымаҡ?
- Моғайын, дискотека булалыр әле, банкет. Шашлыҡ та ҡыҙҙырырға аулаҡ ергә сығаһығыҙҙыр.
Мең бәлә менән сығып киттең дә ти. Һинең менән ҡатын заттары ла бара, һөйләшә торғас, аңлашыла: уларҙа ла шул уҡ бәлә икән. Ирҙәре яфалай. Бер үк яҙмышлы кешеләр, шулай итеп, кәңәшмәлә йөрөп ҡайта. Эш тураһында иркенләп уйларға форсат аҙыраҡ, өйҙән шылтыратыуҙар йышая:
-Бына әле генә сыҡтыҡ бер ултырыштан, хәҙер икенсеһе башлана, нишәп?
Кис етеү - ҙур тормош имтиханы етеү тигәнде аңлата. Көсөргәнешлек арта. Коллегалар бергә йыйылғас, көндөҙгө мәшәҡәттәр бөткәс, билдәле, тәнде яҙып алғылары килә. Әллә күпме күрешмәгәндәр, һөйләшәһе уртаҡ проблемалары ла байтаҡ йыйылып киткән, уларҙы кәңәшмәлә әйтмәнеләр, ҡурҡтылар – телеңде тыймаһаң, йә эштән ҡыуып ҡуйырҙар.
Шешәләр ялтырай, йөҙҙәр йәнләнә. Кемеһелер, миңә ярамай, тип баш тарта, икенсеһе, көнө буйы былай ҙа саҡ түҙҙем тип, ярты стакандай ҡойоп, башҡаларҙы көтөп тә тормай, эсеп ебәрә.
Шунан китә... Кем нимәгә оҫта: йырлағаны йырлай, бейегәне бейей, һөнәре булмағаны, ҡыҙығып, ситтән күҙәтә. Бер мәл барыһы ла шым ҡала: кемдеңдер телефоны шылтырай.
- Әй, туҡтап тороғоҙ, минеке шылтырата.
Барыһының да хәле бер сама, аңлайҙар, бүлмәлә үле тынлыҡ урынлаша.
- Эйе, бәғерем, бына ашап ҡайттыҡ та... йоҡларға йыйынам. Арытты ныҡ. Эсмә ти? Ҡайҙа бында эсеү, аяҡтар былай ҙа тотмай, ныҡ йонсоном. Тотлоғоп һөйләшәһең? Йоҡлап китеп барам да. Ярар, давай, башты ҡатырма, былай ҙа көнө буйы ҡатырҙылар.
Береһе күпмелер ваҡытҡа ҡотола. Инде генә мәжлес дауам итәме тиһәң, йәнә шылтыратыу. Был юлы ҡатын-ҡыҙға.
- Аһ, анаңды, был видеозвонок менән шылтырата.
Гүзәл зат бүлмәнән сығып ҡаса, өҫтәлдәге ашамлыҡ, шешәләр, бер өйөр ҡыҙмаса кешеләрҙе, майлы күҙле ирҙәрҙе күрһә ире, бөттө баш, өйгә ҡайтып та йөрөмә. Кем уйлап тапҡан был видеозвонокты, ауыҙын шаҡарырға.
Бер аҙҙан ҡатын кире керә.
- Йә, нисек? – барыһының да күҙе ҡатынға төбәлә, яҙмыш хәл ителә бит.
- Булды, ахры. Тиҙ генә бүлмәмә ҡайттым да, юрған аҫтына сумдым. Шунан һөйләштем.
Барыһы ла еңел тын ала. Артабан нимә – кемдең хәле күпмегә етә, ултыра, танһығы ҡанғансы һөйләшә, йырлай... Таралышалар. Тарих ошоноң менән бөттөмө? Юҡ. Һаубуллашып, хушлашып ҡайтып киткәс, йорт яғына етәрәк, йәнә башлана. Тәү сиратта өҫ башты энә күҙлегенән үткәрергә кәрәк. Ят сәс-фәлән йәбешеп тормаһын. Йәки помада эҙе. Бер ни булмаһа ла, ҡосаҡлашыуҙар була, ҡайһыһы үбергә лә маташа, биттән. Шул ваҡытта, кем белә, ирене күлдәккә тейгәндер. Гонаһһыҙ йәндәр бер заман ғәйепле ҡиәфәттә тыуған тупһа янында баҫып та тора. Сит ил сиген үткән шпионды тикшергәндәй ҡараған күҙҙәр байтаҡ ваҡыт һине күҙәтә. Компромат бик күренмәгәс, һөжүм телгә күсә:
- Нимә ашаттылар, кем менән йоҡланың?
Был ябай һымаҡ ҡына тойолған һорауҙар ҙа аптырашта ҡалдыра. Ҡатын заты ныҡ иғтибарлы, ул бер күҙ һирпеү менән бөтә нәмәне иҫтә ҡалдыра – кем нимә кейгән, нисек кейгән. Ашауҙа ла шулай. Өҫтәлдә ниндәй бутерброд, салаты ниндәй, ә ир... Ашаны ла онотто. Тамағы туйһа, булған.
- Нимә ашатҡандарын кем белә. Көнөнә өс тапҡыр ҙа. Унан тыш, фуршет-ғәләмәте булды. Полдник. Ҡайҙан барыһын да иҫтә ҡалдырайым?
- Ҡырмыҫҡалы егете ине. Беҙ ни, ҡайттыҡ та ауҙыҡ, ныҡ арытҡайны, кәңәшмәләренә үҙең барып ҡара, ышанмаһаң, унда белерһең. Бүтән барғың да килмәҫ.
Тарих ошо ерҙә тамам була. Шик бар, иҫбатларға дәлил юҡ. Быныһы тамам, тиҙҙән икенсеһенә сират етә. Ҡасан тағы ла кәңәшмә булыр икән? Ҡуна ята торғаны.