Все новости

Уйлап табылған хистәр

Ижад итеүе рәхәт хәҙер. 

Уйлап табылған хистәр
Уйлап табылған хистәр
Төн йоҡоларын йоҡламай, ғазаптар сигеп, утта янып, һыуға батаһы түгел, донъяла нейросеть бар. Ябай итеп аңлатҡанда, кешенең нервылар системаһының компьютерҙағы моделе. Нейросеть та, әҙәм балаһы һымаҡ, фекерләй, уйлап таба, ижад итә ала. 
Әлеге мәлдә ҡайһы бер журналистар ҙа, яфаланып ултырмай, нейросеткә задание бирә лә (миңә шул турала мәҡәлә яҙ) әҙер материалды гәзиткә баҫа ла сығара. Ҡара көс менән барыһын эҙләп табып өйрәнгән беҙ, ҡыҙыҡ күреп, ошо мөғжизәгә - нейросеткә мөрәжәғәт иттек. Мөхәббәт тураһында башҡортса шиғыр яҙ әле. Шиғырға килешле һүрәтен дә төшөр (нейросеть һүрәт тә төшөрә). 
Һөҙөмтәлә бына нимә килеп сыҡты. Шиғыр һәм һүрәт. 
...Цивилизация ни тиклем алға бармаһын, кешенең ысын хистәрен машина барыбер үҙләштерә, алмаштыра алмай икән. Яратмай, ғазапланмай, иламай, ярһымай, көнләшмәй. 
Автор:
Читайте нас: