Азамат абзый шулай тип хәбәр һалды. Уның юбилейына бәйләп, интервью ла баҫҡайныҡ, нисәнселер йылда, ул саҡта А. Туйгилдинға нисә йәш булғаны ла иҫтә ҡалмаған, юбилей тигәс, мотлаҡ ҙур ғына дата була бит инде, утыҙ йәште береһе лә ҙур юбилейым тип әйтмәй, әммә бына әле, алтыш тигәне ҡолаҡҡа ятманы, ышандырманы. Үҙе лә, минең уйҙарҙы уҡығандай:
- Алтмыш йәш тиһәләр, элек оло бабай күҙ алдына килә торғайны, ә мин үҙемде бабай тип хис итмәйем ул, -тип һүҙен дауам итте. Дөрөҫө шул, елтләтә баҫып йөрөй, ә инде сәхнәгә мендеме, йәш-елкенсәк ары торһон, Азамат Туйгилдин уларҙан күпкә дәртлерәк.
Янында Айҙар. Ул да сал кереп, һирәгәйә башлаған сәсен һыйпай:
- Беҙ бер йылғы бит әле, беҙгә нисә йәш ул?
77-ләр беҙ. Бармаҡ бөкләп тигәндәй, һанап сыҡтыҡ (нисә йәштәмен әле тип уйлап та ҡарамай йәшәп ятҡан көн, уйларға ярамай, ҡыйын була), апаруҡ икән.
- Беҙ ҙә Азамат абзыйҙы ҡыуып барабыҙ инде.
Бер мәлгә тынлыҡ урынлашты, һәр кем үҙенекен уйланы, әммә уйҙар бер тирәлә сыуалғандыр - ниңә улай тиҙ сабаһың, ваҡыт?
Беҙҙең егеттәрҙе - артистарҙы - тап иттеңме, улар һине буш ҡайтармай, күстәнәсһеҙ оҙатмай. Күстәнәстең иң еллеһен бүләк итә - йыр.
Йыр ҙа дәртле булманы, әмәлгә ҡалғандай. Моң туҡтағас, бер-беребеҙҙе йыуатҡандай итеп: йәшәйбеҙ әле, егеттәр, йырлар йырҙар, ғүмерҙәр алда тиештек. Әммә күҙ ҡараштарында булған моңһоулыҡ, көлөшкән булһаҡ та, юҡҡа сығып уҡ бөтмәне. Артабан киттек - үҙебеҙ һаман айырыла алмаҫ йәшлегебеҙ буйлап.