Бөтә яңылыҡтар

Йәшәйбеҙ, былай булғас

Ауылдан ит килде.

Йәшәйбеҙ, былай булғас
Йәшәйбеҙ, былай булғас

Үҙе анһат ҡына килеп ятманы, әлбиттә, һатып алдыҡ. Итһеҙ - донъя һанһыҙ тигән кеүек, өйҙә ошо аҙыҡ булмаһа, күңел тыныс түгел. Ир кеше күп ашай тиһәләр ҙә, ирҙәрҙән бигерәк, ҡатын-ҡыҙ дулай башлай - бөлгөлөккә төштөк, ит юҡ, нимә бешерәйем? Манныймы, ҡарабойҙаймы? Бында ҡала тормошо тураһында һүҙ бара, әлбиттә. Әрләнә-игәлә торғас, ир, түҙмәй, баҙарға юллана (белмәй әйткәндәр икән: ас тамағым - тыныс ҡолағым тип). Баҙарға, ит павильонына, сәйәхәт - үҙе оло һынау, унда килеп инеү менән, йөҙәрләп күҙ һиңә текәлә - минекен генә алһа ярар ине. Араларында таныштар ҙа осрай, яндарынан башты ситкә бороп үтеп тә китеп булмай, ҡысҡырып туҡтаталар. Инде, кешенең күңеле бар, ошоноҡон алайым да таяйым тиһәң, икенсеһе ҡысҡыра: ниңә минекен алмайһың, минеке йәш, матур, халам-балам ашамаған. Ахырҙа, уның янына ла туҡталып, берәй өлөш алаһың, былай ғына сығып китһәң, кеше үпкәләр кеүек. Үҙеңде ғәйепле кеше итеп той ҙа йөрө аҙаҡ.
Баҙарҙа хаҡ ҡыйбат, туранан-тура ауылдан алһаң, отошлораҡ. Бында ла рәтен белергә кәрәк. Бер йылы Фәлән тигән ауылдан ит алып, ниңә генә алдым тигән көнгә төштөк. Әллә ниндәй тәм әйтә. Береһе төшөндөрҙө: колхозы булған ауылдан ит алма, унда йәшәүселәр ферманан урлап ашата, комбикормаһында, силосында нимә генә юҡ, теләһә нимә ҡушалар, шул иткә һеңә. Лутсы төпкөл ауылдан, фермаларын һүтеп талап-ташып бөткән ауылдарҙан ал. Улар малына таҙа аҙыҡ ҡына ашата, урлар ерҙәре юҡ.
...Декабрь башында уҡ бер фермер менән һөйләшеп ҡуйылды, шулай-шулай хәлдәр, брат, тиҙҙән Яңы йыл, ит кәрәк. Була булды яуабы. Булды ла онотолдо. Ит тә юҡ, үҙе лә юҡ. Аптырағас, йәнә баҙарға тәпәйләргә кәрәк булды, Яңы йылда итһеҙ ултырып булмай. Өйҙә ит булғас, уны көн дә ашағы килеп тора, күпкә етмәне уныһы. Тағын баяғы павильон юлын тапарға тура килде. Ҡарауан дөйәһеләй булып, күтәренеп ҡайтып ҡына торғанда, телефон шылтырай, юғалған брат шылтырата: нишләй, ит кәрәкме? Аһ, баҙарға барыр алдынан, саҡ ҡына алдараҡ, шылтыратһаң ни була? Шулай ҙа, кәрәк тип яуап бирелде. Иттең, аҡса һымаҡ, артығы булмай.
Бер аҙҙан бына ошо бот өҫтәлгә килеп ятты. Маҡтап-маҡтап, Тимербайҙыҡы бит ул тип, һаттылар, алдамағандар, йәш, таҙа, матур.
Күпмелер ваҡытҡа күңел дә, ҡолаҡ та тыныслана, йәшәйбеҙ, былай булғас. Ит бөткәнгә ҡәҙәр.

Автор:
Читайте нас: