Бөтә яңылыҡтар

Былар ҙа булған икән

- Мин дә барам!

Былар ҙа булған икән
Былар ҙа булған икән

Шулай тип, беҙ икәү генә райондың юбилейына йыйынһаҡ, Гөлназ ырғып торҙо. Япа-яңғыҙы редакцияла ҡалғыһы килмәгәндер, ҡайҙалыр, кемдер байрам ҡарап, күңел асып йөрөй, ә ул, зарығып, бер үҙе ултырып ҡалһынмы?
Киттек. Өсәүләп. Редакцияға кеше килһә, береһе лә юҡ, был яғы насарыраҡ, әммә башҡаса булдыра алмай инек. Күңел асыу тигәндән, әлбиттә, беҙҙең сәк-сәктән ауыҙ итеп, концерт ҡарап, алҡышлап ултырыу ҡайғыһы аҙ, тын алырға ла ирек юҡ, ысынында, бик йыш, был байрамдарҙы аҙыраҡ булһа ла кәметһәләр ни була тип уйлап ҡуябыҙ, мәҙәниәт хеҙмәтҡәрҙәре кеүек, беҙҙең дә хәл шул сама: кемдер байрам итә, кемдер был ваҡытта эттәй саба. 
Гөлнур ҡайҙа? Уҡыуҙа, сессияһы бара, улар ҙа, әйткәндәй, аудиторияларында өсәү генә ултыра шикелле.
Шулай итеп, райондың юбилей тантанаһын өсәүләп яҡтыртып ҡайттыҡ. Башҡаларҙың өлгәштәрен, грамота, сәғәт, башҡаһын алыуҙарын күреп, ҡыуандыҡ, аҙыраҡ концертын да ҡараныҡ. Аҙаҡ фотоға төштөк. 90 тигән яҙыу янында. Тарихи мәл, Көйөргәҙенең был юбилейы инде үткәндә ҡалды, беҙ ҙә торайыҡ әле, ни тиһәң дә, район тормошонда беҙҙең дә, бәләкәй генә булһа ла, эҙебеҙ бар, кереткән өлөшөбөҙ бар. Киләһе юбилейҙа нисек булыр, өсәү булырбыҙмы, әллә бөтөнләй булмаҫбыҙмы - барыһы ла Аллаһ ҡулында. Ә әлегә торайыҡ әле. Әллә күпме ваҡыт үткәс, кемдер ошо фотоға  юлығып, әйтер: был байрамда, район тормошонда былар ҙа булған икән.  

Автор:
Читайте нас: