Бөтә яңылыҡтар
10

Алмаштырғыһыҙҙар

Кисә Өфөлә милли гәзиттәрҙең семинары булды.

Алмаштырғыһыҙҙар
Алмаштырғыһыҙҙар
Сараға иртәнге туғыҙҙар тирәһендә үк барып етергә кәрәк, таңдан юлға сығылды. Мәләүездәр менән барҙыҡ, рәхмәт Ленаға ("Көнгәк" гәзите мөхәррире), рәхмәт водителенә. Машиналарҙы ҡуйыу ауыр буласаҡ (парковка урыны тар), шуға һәр берегеҙ, министрҙай булып, үҙ машинағыҙҙа килмәгеҙ, тигәйнеләр, бынан башҡа ла сәбәбе бар - заманы еңел түгел, ашау наҡыҫ. 
Беҙгә - милли гәзит хеҙмәтҡәрҙәренә - ашауы мөһим түгел, аралашыуы мөһимерәк. Башҡорт, татар баҫмалары килгән, күрешмәгәнгә байтаҡ ваҡыт үткән, шуға бындай сара, уның йөкмәткеһенә ҡарамай, ныҡ танһыҡ. 
Йөкмәткеһе унар йылдар буйы дауам иткән сценарий буйынса барҙы. Ә, килдегеҙме, үтегеҙ, сисенегеҙ, анауында кофе, сәй, бутерброд. Хәҙер бынау залға үтегеҙ, башлайбыҙ. Башланыҡ.
Яһалма интеллект тураһында һөйләнеләр. Редакцияла, беләбеҙ, хәбәрселәр аҙ, кадрҙар юҡ, яһалма интеллект һеҙгә бик шәп ярҙамсы булыр. Уға теләһә ниндәй команда, задание бирәһең дә, бер нисә секундта мәҡәләң әҙер, интеллект һинең өсөн үҙе яҙа ла бирә, йә булмаһа, тексты руссанан башҡортсаға, татарсаға  ауҙара. Ҡулығыҙ бушай, рәхәтләнеп, ҡәһеүә эсеп, тик ултырығыҙ.
- Яһалма интеллект журналистың стилен юҡҡа сығармаймы ул? Гәзит уҡыусы ниндәйҙер бер хәбәрсенең яҙғандарын яратып уҡый ти, мәҫәлән. Ә нейросеть бит журналист Фәлән Төгәновтың стилен һаҡлап ҡала алмай?
- Яһалма интеллектың стилгә яраҡлашыу тигән функцияһы ла бар, әммә, әлбиттә, ул журналистың үҙенә генә хас стилен ҡабатлай алмаясаҡ. 
- Беҙ - ерҙән йөрөгән кешеләр, ниндәйҙер ауылға оҙаҡ йылдар һауынсы булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан Хәсбиямал әбейҙе яҙырға барҙыҡ ти. Хәсби әбей бабайын юғалтҡан (уныһы тракторист булған), шунса балаға ғүмер биргән, заманында һәр һыйырҙан шунса литр һөт һауған.... Ошо турала интеллект яҙа алырмы, ул Хәсбиямалдың нисек йәшәп ятҡанын беләме?
- Интернет һеҙҙең Хәсби әбейҙе, әлбиттә, белмәй һәм белмәйәсәк тә. Журналисты яһалма интеллект барыбер алмаштыра алмаясаҡ. 
Артабан хәбәрсе яҙғанда киткән хаталар (яугирҙармы, яугирҙәрме - ҡайһылай дөрөҫ була?) тураһында оҙон ғына телмәр тыңланыҡ, интернет селтәрендә кем нисек итеп уңышҡа ирешә  - быныһы ла ҡыҙыҡ ҡына булды. 
Ниңә башҡорт, татар, сыуаш гәзиттәренең сайттарын баһалағанда, уларҙы рустарҙыҡы менән бер бизмәнгә һалып баһалайһығыҙ - ошо һорауҙы әллә нисә йыл бирәләр, яуап юҡ. 
Әйткәндәй, "Юшатыр" гәзите сайты, ВК-лағы төркөмө үткән ай һөҙөмтәләре буйынса ҡала гәзиттәре (рустыҡылар менән бергә) араһында тәүге бишәү иҫәбенә инде. 
Фотоларға төштөк. Бер ҡатын шылтырата. Һин ҡайҙа ул, ниңә телефоныңды алмайһың? Шулай-шулай, бик мөһим сарала ултырам, бына фото. Анауы ир кем ул? Фәлән исемле, ниңә? Арыу ғына ла баһа, таныштыр! 
Үҙемде төртөп күрһәтеп маҡтамай, коллегамды һайлаһа ла (иллене үтһә лә,  ана бит, ҡыҙҙар ҡаратырлыҡ), күңел күтәрелеп китте. Беҙҙекеләр шулай ул: үҙҙәре матур ҙа, талантлы ла  - бер кемгә, бер нимәгә лә алмаштырып булмай торған кешеләр! 
Автор:
Читайте нас: