Эш йөкмәткелә түгел, проблема техник яғына ҡағыла: бер пост ВК-ға әллә нисә тапҡыр сығып йонсота. Сайтҡа ҡуйылған мәҡәләләр автомат рәүештә ВК-ға китә, автопостинг тип атала уныһы, ҡағиҙә буйынса, бер ҡуйылған мәҡәлә бер тапҡыр сығып туҡтарға тейеш, әммә эштәр шулай китте, бер пост ун һәм унан да артыҡ килеп сыға башлай (уныһы килеп сыҡҡансы ҡай саҡ 4 сәғәттәй ваҡыт көткән мәлдәр ҙә булды). Бер көндә рекорд ҡуйҙыҡ: бер пост 39 (!) тапҡыр сыҡты. Уларҙың артығын юя торғас, хәл бөттө.
Беҙ генә түгел, бөтөн республика баҫмалары шаҡ ҡатып ултыра – ярҙам итер кеше, әмәл юҡ. Әлеге хәлде, автопстинг эшен, коллегалар "бешеный принтер" тип нарыҡланылар. Бәлки, берәй заман, барыһы ла тәртипкә килер – көтәбеҙ.
Эстеңме? Юҡ. Байрамдар күп, тимәк, сәбәптәр ҙә ифрат күп, әммә ауыҙға алған юҡ (етмәһә, изге айыбыҙ бара). Бында эсмәй ҙә баштар алйып бөткән.