Бөтә яңылыҡтар

Тубыҡҡа ла, осаға ла һалмайбыҙ

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ тиһәләр ҙә, бөтөн һөнәрҙәрҙе белеп бөтөп булмай.

Тубыҡҡа ла, осаға ла һалмайбыҙ
Тубыҡҡа ла, осаға ла һалмайбыҙ

Беҙҙең төп эш - гәзит сығарыу, ошо төркөмдө алып барыу, йәғни, тел ярҙамында тамаҡ туйҙырыу. Ҡыҙғаныс, әлбиттә, табип һөнәрен белһәк, тағы ла шәберәк булыр, аҡсаны күберәк түләрҙәр ине. 
...Хәстәхана юлын йыш тапамаһаҡ та, ҡай саҡ, сараһыҙҙан, барырға тура килә. Осрай шундай табип, ҡайһы ерең сәнсә, төртә тип һорай ҙа, диагнозды интернеттан эҙләй башлай. Ник килдем тип, ҡурҡып ултыраһың шул мәлдә, былай итеп, интернеттан ҡарап, үҙ үҙемде лә дауалай алыр инем... 
Беҙҙән һорағандар: уколды тубыҡҡа Яҡшымбәттә яһайһығыҙмы? Юҡ шул, Яҡшымбәттә лә, Күмертауҙа ла яһамайбыҙ, ғөмүмән, тубыҡҡа ла, осаға ла, башҡа ергә лә яһамайбыҙ - медицина университетын түгел, училищеһын да, хатта махсус курс та бөткән кеше түгелбеҙ. Хәйер... Бик булмаһа, башҡа юлын тапмаһағыҙ, килегеҙ редакцияға, нисек итеп булһа ла, интернеттан ҡарап, уколды яһарбыҙ. Беҙҙең ҡайһы бер табиптарҙан кәм еребеҙ юҡтыр, моғайын. 

Автор:
Читайте нас: