Бөтә яңылыҡтар

Бына һиңә Һомай!

Был йыр шул тиклем популяр булды, бөтөн донъяның иҫен китерҙе, хатта Леди Гаганы уҙып китте!

Бына һиңә Һомай!
Бына һиңә Һомай!

“Һомай» композицияһы килеп сығыу, танылыу менән, әлбиттә, һәр нәмәнән ниндәйҙер ҡара тап эҙләүселәр ҙә тиҙ табылды: нимәһе бар инде был йырҙың, башҡортса дөрөҫ йырламай, акценты бар, фәлән, төгән дә фәсмәтән...

Ә беҙ ҡыуандыҡ. Ғорурландыҡ. Акцент булһа ни, Көнъяҡ Америкала, мәҫәлән, уны ишеткәне «Ә был һүҙҙәрҙе дөрөҫ әйтмәй» тип әрләп ултыра тиһеңме? Ер йөҙөндә, ҡайҙалыр, алыҫ Уралда башҡорт йәшәй икән, шәп йырлай икән тиер ул.

Билдәле, ниндәйҙер шәп йыр килеп сыға икән, уға шунда уҡ пародиялар уйлап таба башлайҙар. Кемдең ҡулынан нисек килә, фантазияһы ни тиклем бай – һәр кем үҙенсә ҡылана. Пародияларҙың барлыҡҡа килеүе – ул йырҙың, ысынлап та, бик халыҡсан икәнен күрһәтә, киттем-барҙым йырға береһе лә пародия сығарып ултырмай.

Беҙҙең Гөлнур ҙа төшөргән пародия. Уны кеше күҙенә бик күрһәтергә теләмәй, үҙендә генә ҡуйған, әммә йылғыр әҙәмдәр етерлек, һәр береһенә һәйбәт контент кәрәк – урлағандар. Гөлнур үҙе алып ташлағыҙ, мин рөхсәт бирмәнем тип, бер-икеһен алдыртты. Әммә аңламағаны һаман аңламай. Тағы бер ере – беҙҙең халыҡ ҡай саҡ юморҙы ла аңламай. Бая әйткәнсә, сүптән сүмәлә яһап, ижади кешене һүгергә генә торалар. Был юлы ла уларһыҙ булманы (самоирония тигән һыҙатыбыҙ юҡ). Хәйер, бындай кешеләрҙән башҡа донъя бармай, иғтибар итмәҫкә булдыҡ һәм видеопародияны һеҙгә лә тәҡдим итәбеҙ – бына һеҙгә беҙҙең Һомай!

Автор:
Читайте нас: