Бөтә яңылыҡтар

Беҙҙең дә урын бар

Яңы Мораптал мәҙәниәт йорто - күргәҙмәләр комплексы кеүек.

Беҙҙең дә урын бар
Беҙҙең дә урын бар

Килеп индең, һинең күҙҙе ҡамаштырып, әллә күпме, морапталдарҙың тарихына, ошо йорттоң тормошона бәйле күргәҙмә теҙелгән. 
Билдәле, мәҙәниәткә ҡағылғаны бар, ошо биләмәнең үткәненә бәйлеһе бик зауыҡлы итеп эшләнгән. Колхоздың төрлө йылдарҙағы етәкселәре, ауыл башлыҡтары, Салауат Юлаев ордены кавалерҙары... Бөйөк Еңеүгә арналған ҙур ғына күргәҙмә, әлбиттә, махсус хәрби операцияны ла урап үтмәгәндәр.
...Беҙ бер мәл "Тәмлекәй" тапшырыуында ҡатнашҡайныҡ, ваҡыт тиҙ үтә, яңы ғына ошонда нимәлер бешереп торған һымаҡ инек, ә уға байтаҡ ғүмер ҙә үтеп киткән. Бер күргәҙмә тап ошо тапшырыу-шоуға бәйле. Күмәк фотолар араһында беҙ ҙә торабыҙ. Ғорурлыҡ хисе тыуҙы - Яңы Мораптал тарихында, тимәк, беҙҙең дә эҙебеҙ бар. 

Автор:
Читайте нас: