Һеҙгә Яҡшымбәт ауылынан ҙур сәләм ебәреп яҙыусы Саттарова Ғәлимә апайығыҙ булам. Конкурста ҡатнашып алайым. 15 йыл элек ҡатнашҡайным, гәзиткә 5 "йәш" тулғанда. Ул йылда миңә 50 йәш ине, быйыл 22 июнь, Алла бирһә, 65 йәш тула. Редакция хеҙмәткәрҙәре, һеҙгә эшегеҙҙә уңыштар, ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер теләйем.
"Юшатыр"ҙа юбилей!
Юҡһынмағыҙ юҡҡа-юҡҡа!
Юлыҡ-юлыҡ юлдарҙа ла,
"Юлбарыҫтар" юлланмаһын
юлығыҙға!
Юртаҡтарҙай юртып-юртып
юлығыҙҙа,
Юлланығыҙ, юғарыға!!!
Юрағаным юш килһен, Амин!
***
"Юшатыр"ҙа эшләй
Эшсән, аҫыл ҡыҙ һәм улдарым,
Яҙылығыҙ һәм уҡығыҙ,
Ҡәҙерле башҡорттарым!
Бик үтемле гәзит бит ул
Ҡыуанам һин булғанға,
"Юшатыр"ҙы мин уҡыйым,
Күңелдәрем тулғанда.
Бөтмәҫ донъя мәшәҡәте,
Аҙ ғына һин туҡтап тор,
Ал ҡулыңа "Юшатыр",
Уҡы әле һин "Юшатыр",
Күңелеңде бушатыр.
"Юшатырым" һиндә ҡалам!
Булмаҫ инде айрылып,
Һинән айрылһам әгәр,
Ҡалырмын мин, ҡанатым ҡайрылып!
Ғәлимә САТТАРОВА, Яҡшымбәт ауылы
Фотола: Ғәлимә апай беҙҙә ҡунаҡта, февраль, 2020 йыл.