Бөтә яңылыҡтар

Ғүмерҙе ашыҡтырабыҙ, буғай

Май башланмаған, ә май һаны сығып та өлгөрҙө.

Ғүмерҙе ашыҡтырабыҙ, буғай
Ғүмерҙе ашыҡтырабыҙ, буғай

Беҙ нисек теләһәк тә, ваҡыт менән идара итә, уға йоғонто яһай алмайбыҙ (бындай ҡөҙрәтебеҙ булһа, уны туҡтатып торор инек, исмаһам). Шулай уҡ, гәзиттең дә ҡайһы бер ҡанундары бар: документта ниск яҙылған, раҫланған, гәзит шул көндө сығырға тейеш. 
Документ буйынса "Юшатыр"ҙың  баҫылыр көнө - 2 май. Әммә уны апрель айында уҡ (кисә) сығарып ҡуйырға мәжбүр инек. Сыҡты.
Был һан аҙмы-күпме беҙҙең юбилейға ла арналды. Конкурсҡа йомғаҡ яһаныҡ. Әмәлгә ҡалғандай, гәзит сығып та өлгөрҙө, йәнә ике хат алдыҡ - конкурста беҙ ҙә ҡатнашабыҙ. Беҙҙең яратҡан уҡыусылар бит ул - конкурс тамам тиһәк тә, ҡабул иттек уларҙы. 
Әйткәндәй, киләһе һан менән да шулай буласаҡ, гәзиттә бер дата яҙылған, ә ысынында икенсе көндө, алдараҡ, баҫылған. Яңыраҡ ҡына яҡты донъяларҙан киткән Фидан Ғафаров йырлағанса, Ғүмерҙе ашыҡтырабыҙ, буғай. Бәлки, шулайҙыр ҙа, ҡыҙғаныс,  уны туҡтатып йәки кирегә бороп булмай. Әле бына 20 йәш беҙгә тибеҙ, ә кирегә - 5 йәшлек сағыбыҙға йүгереп ҡайтырҙай булып ултырабыҙ. 

Ҡырыҡ эшең ҡырыҡ яҡҡа ташлап
Барла баштан уҙған ғүмереңде
Талдарҙа һандуғас
Инде бер һайрағас
Әйләнеп ҡайтыуы икеле.

Автор:
Читайте нас: