Бөтә яңылыҡтар

Бөтәгеҙҙе лә иҫләйем, бөтәгеҙҙе лә яратам

Вәт яҙғаным бит әй... 

Бөтәгеҙҙе лә иҫләйем, бөтәгеҙҙе лә яратам
Бөтәгеҙҙе лә иҫләйем, бөтәгеҙҙе лә яратам

... БГУға уҡырға керер алдынан әҙерләгән портфолиомды килтереп сығарҙым да, мин ошолайтып яҙа алдым микән ни тип аптырап ултырам әле 15-20 йыл элек "Юшатыр" гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләремде уҡып. Күптән яҙышмаған булғас онотолоп та киткән икән  Эйе, элек Күмертауҙа уҡығас аҙна һайын тигәндәй "Юшатыр" гәзите редакцияһына тып итеп бара ла баҫа торғайным(Гимназия менән "Юшатыр" араһы ныҡ яҡын ине просто)  Шул замандан иң иҫтә ҡалғаны ул редакция урынлашҡан бинала яңы баҫылып сыҡҡан гәзит еҫе һәм Малик Миңлебулатовичтың йәш сағы (шаяртам) Малик ағай, Сибәғәт ағай ныҡ йылы ҡабул итә торғайнылар, шунда һөйләшеп, улар мине аҡылға өйрәтеп, яҙған мәҡәләләремде ҡалдырып, ҡанатланып ҡайтып китә торғайным... Үҙемә гәзиткә яҙыу хәтәр оҡшай торғайны, әллә ҡайҙан темалар ҙа, ваҡыт та табыла ине... Әлдә "Юшатыр" булған шул саҡта тормошомда, Сибәғәт ағай Рахманғолов журналистҡа уҡырға бар тигәс, уйлап тормай БГУға керҙем дә ҡуйҙым һәм быға бер ҙә үкенмәйем
Оҙон һүҙҙең ҡыҫҡаһы шул, ҡәҙерле "Юшатыр"ым, һине 20 йәшең менән ихлас ҡотлайым, мин һине тәүге баҫмаңдан алып беләм, ауылға ҡайтҡанда әле лә уҡыйым, ныҡ яратам һәм хөрмәт итәм үҙеңде. Әлбиттә, йылдар дауамында һин үҙгәрҙең, үҫтең, яңы рубрика, конкурс, авторҙар менән ҡыуандырып торҙоң. Һин - дөрөҫөн һөйләүсе, ярҙамсы, тура юлға әйҙәүсе, кәңәшсе, тәнҡитсе, күптәр өсөн дуҫ һәм серҙәш тә.
"Юшатыр"ҙа төрлө йылдарҙа эшләүсе журналистар, бөтәгеҙгә лә ошо ҡыҙыҡлы, фәһемле, мәғлүмәти яҡтан бай булған һәм халыҡ проблемаһына күҙ йомоп ҡарамаған гәзит өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә!!! Һәм, әлбиттә, мине үҫтергән, илһамландырған, үҙ-үҙемде табырға ярҙам иткән, миңә яҙышырға, гәзит биттәреңдә баҫылырға мөмкинлек биргән өсөн рәхмәт!!! Бөтәгеҙҙе лә иҫләйем, бөтәгеҙҙе лә яратам!!!
Ихтирам менән, Флүзә Түләкова

Автор:
Читайте нас: