Беҙ ҙә ошо ағзаға ҡарап көн иткән кешеләр. Әл дә ул бар, юғиһә, күҙҙе ҡарға суҡымаһа ла, нисек итеп тамаҡ туйҙырыр инек тигән уй ҙа килә башҡа.
Тел дә арый икән. Башҡа тән өлөшө кеүек үк, тел дә арыу тигәнде белә. Көн башында ул етеҙ, кәрәк-кәрәкмәгәнде күп һөйләй, ә бына көн аҙағы еттеме, өндәшмәүҙе хуп күрә.
Эштәге ҡыҙҙар ҙа шулай, кем килмәй, кем генә шылтыратмай, быныһынан тыш, үҙ-ара туҡтауһыҙ аралашыу.... Телдең хәле ҡалмай. Бөгөн бына ошолай тип яҙып, һорау биргәндәр: Ҡайтайыҡмы? Яуап та телдең ярҙамынан тыш бирелде - баш ҡағылды: эйе, ҡайтығыҙ, булды, етте. Телгә лә ял кәрәк.