Бөтә яңылыҡтар

Еләк ғүмере

Шатлыҡ бүлешкәндән арта ғына, тиҙәр.

Еләк ғүмере
Еләк ғүмере

Шатлыҡ ҡына түгел, башҡа тормош ҡиммәттәре менән дә шулайҙыр. Бөгөн бер уҡыусы апайыбыҙ баҡса еләктәре алып килгән. Тәүҙә, ваҡыт юҡ, торараҡ ауыҙ итербеҙ тип уйлаһаҡ, оҙаҡҡа түҙеп булманы, күҙҙе ҡыҙҙырып, тәмле еҫтәре сығарып ултыра, ихтыяр етмәне.

Бик тәмле булды күстәнәсең, апай, рәхмәт. Алдағы йәшәр көндәребеҙҙә лә бер-беребеҙ менән бары тик тәмле күстәнәстәр, матур яңылыҡтар, һөйөнөс-шатлыҡтар менән бүлешеп, уларҙы, тимәк, арттырып, йәшәргә яҙһын ине. Әҙәм балаһының ғүмере лә, ошо еләктеке кеүек, әле генә сәскә ата, әле генә бешеп етә, ә инде бер ҡараһаң, япраҡтарын ҡойоп, көҙөнә лә инеп бара. 

Автор:
Читайте нас: