Бөтә яңылыҡтар

Өсөнсө миҙал

Бөгөнгөһө менән иҫәбе өскә етте. 

Өсөнсө миҙал
Өсөнсө миҙал

Күмертау ҡала Советы ветерандары, беҙҙе лә онотмай, миҙал тағып китте - Махсус хәрби операциялағы еңеүгә өлөш индергән өсөн. Аптыраҡ ҡалдыҡ: күп кешегә бирҙеләр быны, буғай, улары, ысынлап та, лайыҡлы алғандыр, беҙҙең өлөшөбөҙ нимәнән ғибарәт - телдән башҡаһын Хоҙай бирмәгән. Аҙаҡ, бер аҙҙан, шулай һығымта яһаныҡ: был донъяла тел ярҙамы ҡай саҡ матди ярҙамдан да ҡәҙерлерәк була. Иң мөһиме: егеттәр бөтәһе лә иҫән-һау тыуған илгә тиҙерәк ҡайтһын, һуғыш бөтһөн тигән иң изге теләгебеҙгә ирешер өсөн саҡ ҡына булһа ла өлөшөбөҙҙө керетә алһаҡ ине. 

Өсөнсө миҙал булды был. К. Арыҫланов миҙалы, "Ал да нур сәс халҡыңа" һәм бына ошоноһо. Өсөһөн дә таҡҡас, ирмәк булып китте, өс тапҡыр Советтар Союзы геройын алған кеше, әйтерһең, миҙалдар, атлағанда, сыңҡылдап китәләр. Йәл, льгота-фәләне генә булмаясаҡ (пенсияға өҫтәмә, коммуналкаға ташлама булмай, авотбуста буш йөрөтмәйҙәр). Шулай ҙа бик ҡәҙерле бүләк итеп ҡабул иттек - иң мөһиме, иғтибар. Беҙҙе лә онотмағынығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә, Муаед Леонович, рәхмәткә ҡушып, баяғы һүҙҙе йәнә ҡабатлайбыҙ: миҙалдарын сыңҡылдатып, егеттәр генә ҡайтһын. Урамға, быларҙы тағып, сыҡҡы бик килмәй, ә бына балаларын, ҡатындарын эйәртеп, егеттәребеҙ китеп барһа, беҙ бөтәбеҙ ҙә бәхетле булыр инек. 

Автор:
Читайте нас: