Бөтә яңылыҡтар

Буштың атаһы үлмәгән

АҠШ-тың элекке президентының атаһы тураһында түгел һүҙ. 

Буштың атаһы үлмәгән
Буштың атаһы үлмәгән

Туҡ заманда йәшәйбеҙ, әйтәһе түгел, юҡ нәмә үҙе юҡ. Һатып алам тиһәң, аҡсаң ғына булһын, барыһы ла бар. Бушлай булғаны ла күп. Бөгөн беҙҙең редакцияның тәҙрәһе төбөнә (кеше ингән-сыҡҡан ерҙә) ташҡабаҡ һалып ҡуйғандар. Алығыҙ, буш. Иртәнән бирле ята, ҡыйыуланып, әлегә алған кеше юҡ. Шуға бында ла хәбәр итергә булдыҡ. Кемгә кәрәк (файҙалы аҙыҡ та ул), алығыҙ. Буштың атаһы беҙҙә үлмәгән. 

Автор:
Читайте нас: