Прошу ВАС объявить благодарность за человечность и профессионализм вашей коллеге Халиковой Айгуль Наилевне. Побольше бы нам в России таких корреспондентов.
Яңыраҡ ҡына ошондай хәбәр алдыҡ. Үтенес. Ябай ғына үтенес булһа, бәлки, ярар, рәхмәт тиеүҙән ары уҙмаҫ инек. Тик быныһы яуҙан килгән. Яҡташ егетебеҙ яҙған. Илшат Ишкинин, Красный Маяҡ ауылы уҙаманы. Һуғышта ул. Бындай мәлдә һуҙылып йөрөү – гонаһ, тиҙ арала грамотаны әҙерләп, тәғәйен кешегә – Айгөл Халиҡоваға тапшырҙыҡ.
...Беҙҙең эшмәкәрлекте, һәләтте, башҡа журналист сифаттарын кем билдәләй – уҡыусы. Әллә ниндәй ҙур-ҙур наградаларың ары торһон, гәзитте уҡыған кеше маҡтай икән... Тимәк, эшләгәнебеҙ юҡҡа түгел. Устарҙы йөрәккә һалып әйтәбеҙ: һеҙҙең матур һүҙҙәрҙән һуң, кәмендә өс көн ерҙе тоймай йөрөйбөҙ. Рәхмәт, Илшат. Беҙҙең яуырындан бурыс төштө,бүләкте тапшырҙыҡ, үҙеңә лә, бурысыңды үтәп, иҫән-һау булып, тиҙ арала тыуған илеңә ҡайтырға яҙһын ине. Ҡатының, балаларың янына. Был хәл – һине бөп-бөтөн, бәхетле килеш яҡындарың янында күреү – беҙҙең өсөн дә, һинең үҙең өсөн дә ҙур яҙмыш бүләге булыр.