Бөтә яңылыҡтар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
27 Октябрь , 12:51

Бына һиңә, әсәй, килен...

Көн йонсоуы күңелдәргә лә күскән мәл ине. Улар килеп ингәнсе.

Бына һиңә, әсәй, килен...
Бына һиңә, әсәй, килен...

Стәрлетамаҡтың үҙенән килгән ҡунаҡтар – драма театрынан. Айгөл менән Илфар. Айгөлдө, Ауырғазы ҡыҙын, күптән беләбеҙ, ҡасан ҡарама, театр мәшәҡәттәре менән саба, беҙгә беренсегә килмәй. Илфар – айырым таныштыраһы түгел, үҙебеҙҙең егет, Ҡотлоюлдыҡы. Стәрлегә күсеп ҡайтҡан икән (элек Өфөлә ине).

Тиҙҙән Күмертауҙа бик шәп комедия ҡуясаҡтар. «Әсәй, бына һиңә килен...» тип атала ул. Хәтәр ҡыҙыҡ тамаша ти уны ҡараған кеше. Быныһы 20 ноябрҙә була, ә әлегә, ыҡсым ғына табын артында, күңелдәр булғансы һөйләшеп алдыҡ.

- Театр ҙа, гәзит тә, икеһе ике яҡта һымаҡ күренһә лә, бер яҙмыш буйлап баралар. Тел, милләт, мәҙәниәт яҙмышы берләштерә беҙҙе,- тип фәлсәфә иттек беҙ.

- Мин һеҙҙе яратып уҡып барам, - тине Айгөл, - яҙғандарығыҙ шәп булһа, үҙегеҙ тағы ла шәберәк кешеләр, килгән һайын һеҙҙән ҡанатланып сығам. Ябай, ихластарһығыҙ.

Һин шәп тә, мин шәп тип бер-беребеҙҙе маҡташтыҡ ҡына. Илфар, ил гиҙеп күп йөрөгән егет булараҡ, берсә башҡала, берсә икенсе башҡала, берсә Ҡотлоюлына бәйле хәлдәрҙе һөйләп алды. Күңелде өйкәп торған темалар ҙа булды, әлбиттә. Кәмейбеҙ.

- Тиҙерәк һуғыш бөтһөн дә, малайҙарыбыҙ: бына һиңә, әсәй, килен, ә ҡыҙҙарыбыҙ: бына һиңә, әсәй, кейәү тип, һөйгән йәрҙәрен алып ҡайтып, өйләнешеп, бәхетле балалар үҫтереп, тормоштоң бар рәхәтлектәрен күреп, йәшәргә яҙһын ине.

Автор:
Читайте нас: