Гөлназ Дементьеваны күмәкләп ҡотланыҡ. Өс бала әсәһе булараҡ бәхетле әсә булырға яҙһын гел тип, журналист тигән ерендә һәр саҡ маҡталып эшләргә булһын тип теләнек. Ир ҡатыны тип өндәшкән ерҙәре оҙаҡҡараҡҡа һуҙылды.
Гөлназдың тормош иптәше мобилизация башланған көндән алып һуғышта. Шул хәтерҙә яман булып ҡалған көҙ көнөнән алып коллегабыҙ, балалары менән бергә, ут йотоп йәшәй. Алексей бер нисә тапҡыр ялға ла ҡайтып китте, был ғаилә менән бергә ул саҡ беҙ ҙә шатландыҡ: сабыйҙар янына (өс береһенән береһе матур ҡыҙ бала) аталары ҡайтты, кәләше янына ире ҡайтты! Эх, ошолай ҡайтһын да бүтәнсә китмәһен ине, донъялар тынысланһын һәм бөтәһе лә, Дементьевтар ҙа, башҡа меңәрләгән ғаиләләр ҙә, донъя рәхәттәрен күреп, балаларының көлгәненә үҙҙәре лә күктең етенсе ҡатында булып йәшәһен дә йәшәһен ине... Байрам тигәнебеҙ, әлбиттә, моңһоуыраҡ булды, уны күҙ йәштәрһеҙ ҙә бер нисек
Ошо хыялға бәйле теләктәр ныҡ күп булды, ҡыҫҡаса әйткәндә, былай:
- Леша тиҙерәк, бөтөн ағзалары теүәл булып, иҫән-һау ҡайтһын, балаларың атайлы, ә үҙең яратылып-яратҡан ҡатын булып, оҙон-оҙаҡ йәшәгеҙ. Бәхетле әсә-ҡатын, атай-ир, ә торараҡ бәхетле өләсәй-олатай булып икәүләшеп шатланышып ултырырға яҙһын.