Күмертауҙың Эске эштәр органдары ветерандары Советы беҙҙе күтәреп кенә йөрөтмәй, һәр саҡ маҡтап, сараларына саҡырып тора. Бөгөн дә, көтмәгәндә, ҡалалағы музейҙарына саҡырҙылар. Барһаҡ... Беҙҙе наградлайҙар икән. Редактор күкрәгенә өс, яуаплы сәркәтип күкрәгенә ике миҙал таҡтылар. Ветеран ойошмаһына ярҙам, Рәсәй патриоты, актив гражданлыҡ позицияһы өсөн тип аталған миҙалдар. Беҙҙең менән бергә ҡаланың бәлиғ булмағандар эше бүлеге баш инспекторы Алина Сәфәрғәлиева ла ҙур наградаларға лайыҡ булды. Бындай сюприздан бер аҙға телһеҙ ҡалдыҡ, бүләктәрҙе беҙгә юллаған Татьяна Чегодаееваға өндәштек:
- Татьяна Сергеевна, уңайһыҙ булып китте лә, хәс Брежнев кеүек булдыҡ. Үпкәләмәһә, көнләшмәһә ярар ине...
Беҙҙең бәләкәй генә эшебеҙҙе күреп, ололағанығыҙ өсөн ҙур рәхмәт һеҙгә, ветерандар. Киләһе йылда ошолай күңелле сәбәптәргә бәйле осрашып йәшәргә яҙһын. Һеҙҙең бөтәгеҙҙе лә һаулыҡтан айырмаһын.