Бөтә яңылыҡтар

Хыялдарға илтһен һуҡмаҡтар

Йылдың беренсе көнө, тышҡа сығып ҡарға аяҡ баҫҡас, бисмилла тип әйттек.

Хыялдарға илтһен һуҡмаҡтар
Хыялдарға илтһен һуҡмаҡтар

Яңы көн генә түгел, Яңы йылдың башланып ҡына торған мәле. Күптәр әле йоҡлай, ҡала һуҡмаҡтары ҡарға күмелгән, беҙҙең эштең ишеге алдын да көрт баҫҡан. Ҡар бот буйынан булһа ла, атлап барыуы рәхәт, ҡыбырлайбыҙ, иҫәнбеҙ – ошо башланмаған һуҡмаҡтар хыялыбыҙға табан алып етһен ине. Редакцияға ингәс тә, баяғы һүҙҙе ҡабатлайбыҙ, компьютер тоҡандырабыҙ, бында ла шул уҡ һүҙ – бисмилла. Йыл буйына яҡшы, һөйөнөслө яңылыҡтар ғына яҙып ултырырға булһын. Иң шәп яңылыҡты көтәбеҙ – һуғыш бөттө! Ошо хәбәрҙе быйыл мотлаҡ һеҙгә еткерергә яҙһын.

Автор:
Читайте нас