- Сәләм! Шәп бит! Яратҡан гәзитемдең беренсе һаны килде! Ура! Уңыштар эшегеҙҙә, именлек, һаулыҡ, тыныс күк йөҙө теләйем!, - тип яҙғандар Өфөнән. Тыуған ерҙәрҙән йыраҡта булһалар ҙа, ҡайһы берәүҙәр электрон версияға яҙыла. Почтаның хәлдәрен үҙегеҙ беләһегеҙ, арба ватылһа - утын тип йәшәгән мәлдәре.
Ә бындай сәләмде алыуы беҙҙең өсөн, теләһә ниндәй награда алыуға ҡарағанда ла, мәртәбәлерәк - юҡҡа ғына урын биләп ултырмайбыҙ, тимәк.
Яңы йылдарҙа бер-беребеҙҙе ҡәҙерләп, бары тик һөйөнөслө хәбәрҙәр менән бүлешеп йәшәргә булһын ине.