- “Ашҡаҙар” гәзитенең 35 йыллыҡ юбилейы уңайынан тырыш хеҙмәте һәм һөнәри оҫталығы өсөн “Башҡортостан Республикаһы нәшриәт йорто” акционерҙар йәмғиәтенең Рәхмәт хаты менән бүлек мөхәррире Гүзәл Марсель ҡыҙы Рәмиева бүләкләнде.
Гүзәл – беҙҙең өсөн ят бауыр түгел, «Юшатыр» гәзитендә эшләп киткән кеше, яҙмыш елдәре уны Стәрлетамаҡҡа алып китте һәм Гүзәлебеҙ “Ашҡаҙар”ҙа эшләй башланы.
Гәзиттең редакторы Рәмил Мансуров бер саҡ шылтырата: Гүзәл тигән сибәр генә ҡыҙ килгән, һиндә эшләп киткән икән – арыумы?
Арыу инде, арыу булмай, эшкә шәп, өлгөр, тырыш. Шул замандан бирле Гүзәл Марсель ҡыҙы Стәрлетамаҡтың башҡорт гәзитендә эшләй. Беҙҙең һүҙгә тап төшөрмәй, уңышлы эшләй, бына әле юғары наградаға лайыҡ булған. Ҡотлайбыҙ, Гүзәл, артабан, тағы ла ҙурыраҡ уңыштарға ирешеп, эшләргә, балаларыңдың бәхетен күреп, иҫәнлектә йәшәргә яҙһын һиңә.