Бөтә яңылыҡтар

ФАТИРЛЫ ИТӘ АЛМАНЫ

«Совет Башҡортостаны» гәзитендә бер үҙ хәбәрсенең сейле-бешле мәҡәләһен эш итеп, уның өсөн яңынан яҙып ултырам. Редакцияға филология фәндәре кандидаты Рафаэль Аҙнағолов килеп инде. Беҙ уның менән яңыраҡ ҡына Силәбе өлкәһендәге башҡорт ауылдары мәктәптәрендә туған телде уҡытыу мәсьәләләре буйынса фәнни-ғәмәли конференцияла булып ҡайтҡайныҡ. Иҫәнлек-һаулыҡ һорашҡас, был ағай һүҙ башланы:

ФАТИРЛЫ ИТӘ АЛМАНЫ
ФАТИРЛЫ ИТӘ АЛМАНЫ
– Мырҙа, һинең менән сәфәрҙә булыу миңә бик тә оҡшаны. Беҙҙең ғилми ойошмаға күрше өлкәләрҙәге башҡорт ауылдары мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыуҙың хәл-торошон тикшереү өсөн командировкаларға бергәләп йөрөргә тап бына һинең кеүек йәш кеше кәрәк. Әйҙә беҙҙең ғилми-тикшеренеү институтына эшкә күс. Беҙҙә, Мәскәү филиалы булғас, йыл һайын ғилми хеҙмәткәрҙәргә фатир бирәләр. Һиңә лә юлларбыҙ, – тигән хәбәр һалды.
Быны тыңлап ултырған ауыл хужалығы бүлеге мөдире Ислам Мырҙабаев:
– Фатир бирәбеҙ тигән саҡтарында бер нәмәгә ҡарамай бар. Үҙең күреп тораһың бит: беҙҙең йәш журналистарҙың башы нисәмә йылдар ятаҡтарҙан сыҡмай, – тине. Был изге эште баш мөхәррир урынбаҫары Сафуан Әлибаев та хупланы. Шулай итеп, мин көтмәгәндә РСФСР-ҙың милли мәктәптәр буйынса ғилми-тикшеренеү институтының Башҡортостан филиалы хеҙмәткәре булып киттем.
Бер аҙ эшкә өйрәнгәс, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлкәләрендә командировкаларҙа булып ҡайтҡас, Рафаэль Ғәйнетдин улы:
– Мырҙа, хәҙер һиңә фатир юллай башларға кәрәк. Һеҙҙең элекке баш мөхәррир Мансур Әнүәр улы Әйүпов, үҙең беләһең, хәҙер Министрҙар Кабинетында ҙур түрә булып ултыра. Уға мөрәжәғәт итәйек, – тине. Китте был мине эйәртеп Аҡ йортҡа. Барҙыҡ. Керҙек. Эштең ниҙә икәнен аңлатып һөйләп бирҙе.
– Тәлғәткә тигәс, эшләйбеҙ беҙ уны. Булыр фатир, – тип беҙҙең документты алып ҡалды.
Бер аҙҙан, ысынлап та, беҙҙең институтҡа Өфө ҡала Советынан фатир бүлделәр. Өс бүлмәле.
Бер көндө Рафаэль ағай тыны бөтөп ҡала советынан ҡайтып керҙе:
– Мырҙа, өс бүлмәле һиңә батмай, өйләнгән, балалы булырға, һис юғы ҡатыны ауырлы тигән белешмә ҡағыҙы булырға тейеш, тинеләр.
Был хәлдән шаңҡып ҡалып, аңыма килгәнсе институт хеҙмәткәрҙәре йыйылыш үткәреп, беҙҙең институтҡа бирелгән фатир әрәм булмаһын тип, уны бер хеҙмәткәргә бирҙеләр.
– Ярар, ҡайғырма, мырҙам, киләһе йылға яңынан юлларбыҙ, – тине Рафаэль ағай.
Китте был мине эйәртеп Аҡ йортҡа. Барҙыҡ. Мансур Әнүәр улына хәлде аңлатып бирҙе:
– Тәлғәткә өс бүлмәле фатир һыймай, бер бүлмәлеһе кәрәк.
– Эшләйбеҙ беҙ уны. Булыр Тәлғәткә бер бүлмәле фатир, – тине түрәбеҙ.
Тейешле документтарҙы Рафаэль ағай Өфө ҡала Советына илтеп тапшырҙы. Гел генә был мәсьәлә менән ҡыҙыҡһынып торҙо, ҡала советына ҡат-ҡат барып йөрөнө. Мин дә тынысланып, өмөтләнеп көтөп йөрөнөм.
Бер көндө бик борсоулы ҡиәфәттә ҡайтып керҙе Рафаэль Ғәйнетдин улы:
– Тағы ла яңғылыш өс бүлмәлене биргәндәр.
Мин, бер уңмаған һис уңмаҫ, тип был институттан эштән киттем.
Өфө ҡала советында бер дуҫымдың танышы эшләй ине. Бер көндө уға:
– Рафаэль Аҙнағолов ике йыл буйына ике бүлмәле фатирын өс бүлмәлегә алмаштырам тип, йөрөнө-йөрөнө. Тәки килтереп сығара алманы, – тигән.
 
ДАМИРҘЫҢ ӘЙТКӘНЕ
Яҙмыш тигәнең кешене ҡайҙа ғына ташламай. Бән фәҡирегеҙ ҙә уйламаған ерҙән, баш ҡаланы ташлап, Күмертауҙа төпләнеп, өс бүлмәле фатир алып, бар ғүмерен милли мәғариф менән милли матбуғатты үҫтереүгә бағышланы. 25 йыл һиҙелмәй ҙә үтеп киткән, пенсияға сығыр ваҡыт еткән.
Ятам өйҙә рәхәтлек кисереп, яҙышып. Телефон шылтырай. «Башҡортостан уҡытыусыһы» журналының баш мөхәррире Салауат Ғайса улы Кәримов икән.
– Тәлғәт дуҫ, беҙҙең редакцияға яуаплы сәркәтип кәрәк ине. Кеше табып булмай. Әллә беҙгә эшкә төшәһеңме? Нишләп ятаһың өйҙә, һаулығың барҙа.
Уйланым-уйланым да барырға булдым. Дуҫҡа ауыр ваҡытта ярҙам итергә кәрәк. Бер йылға хеҙмәт килешеүе төҙөнөм.
Өфө полиграфия техникумы ятағындағы бер бүлмәгә урынлаштым. Бишенсе ҡатҡа. Бындағы бүлмәләрҙә фатирһыҙ журналистар ғаиләләре йәшәй икән. Шағир Дамир Шәрәфи ҙә ошонда. Иллегә аяҡ баҫҡан ул да һаман фатирһыҙ. Үткән быуаттың 80-се йылдарына әйләнеп ҡайтҡан һымаҡ булдым.
Бер көндө Дамир килеп инде. Хәл-әхүәл белешкәс:
– Нимә тип килдең Өфөгә кире. Бына күрерһең, өс
айҙан, түҙмәй, Күмертауыңа ҡайтып киткәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалырһың, – тип йөрәккә шом һалды.
Мин ғинуарҙа эш башлағайным. Февралдә көтмәгәндә Дамир Шәрәфи вафат булып ҡуйҙы.
Дөрөҫ әйткән икән Дамир. Был һыуыҡ, эҫе һыуһыҙ, тараҡанлы ятаҡта ысынлап та йәшәрлек түгел. Нисек түҙәләр икән коллегалар? Үҙ өйөм, үҙ түшәгем, тип, хеҙмәт килешеүе ваҡыты үтеү менән, Күмертауға ҡайтыу яғына тиҙерәк һыпырттым.
Тәлғәт Шаһманов, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Журналистар союзы ағзаһы (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2018), Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты (2007).
Автор:
Читайте нас