Бөтә яңылыҡтар

ХАҠЛЫ РӘҮЕШТӘ ҒОРУРЛАНАМ

Күптән түгел Стәрлетамаҡ ҡалаһының «Ашҡаҙар» гәзите хеҙмәткәрҙәре баҫманың 35 йыллыҡ юбилейын билдәләне.

ХАҠЛЫ РӘҮЕШТӘ ҒОРУРЛАНАМ
ХАҠЛЫ РӘҮЕШТӘ ҒОРУРЛАНАМ
Сараға мине лә саҡырғайнылар, тик, Башҡортостандан ситтә эшләүем арҡаһында, ҡатнаша алманым. Программаларына ҡарағанда, юбилей кисәһенә төплө әҙерлнәгәйнеләр стәрлетамаҡтар: уҡыусылар араһында төрлө конкурстар ҙа, гәзиткә яҙылыу акцияһы ла, республикабыҙҙың билдәле артистары ҡатнашлығында бай йөкмәткеле концерт күрһәтеү ҙә бар ине. «Ашҡаҙар» гәзите редакцияһында эшләгән коллегаларыма, Стәрлетамаҡтағы милләттәштәребеҙгә көнләшә биреп тә ҡуйҙым. Сөнки былтыр май башында Көйөргәҙе һәм Күмертау ҡалаһында нәшер ителгән «Юшатыр» гәзите сыға башлауға ла 20 йыл булды. Ошо айҡанлы берәй сара үткәреү тураһында район етәкселәренә мөрәжәғәт итеп ҡарағайным да, кире яуап алдым. Украинала махсус хәрби операция барған ваҡытта ниндәйҙер күңел асыу сараһы уҙғарыу өсөн финанс мөмкинселектәре сикләнгән, һуғыш тамамланғас ойошторорбоҙ ундай юбилейҙарҙы, тип дәлилләнеләр миңә үҙҙәренең позицияларын хакимиәттән.

Әсә телебеҙҙә Көйөргәҙе районы һәм Күмертау ҡалаһы башҡорттарының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү өсөн ойошторолған баҫмаға Башҡортостандың Беренсе Президенты Мортаза Рәхимов фатихаһын биргәйне.

Президент эш сәфәре менән Кинйә ауылына килгәнендә, район хакимиәте башлығы Әхәт Ҡотлоәхмәтов мине Мортаза Ғөбәйҙулла улы менән таныштырҙы. "Ниндәй исем ҡушмаҡсыһығыҙ гәзиткә?" – тип һораны республика етәксеһе. Мин бер нисә вариантты әйткәс, ул: ""Юшатыр" булһын, ҡолаҡҡа ятышлы яңғырай," – тине.

Гәзиттең олатаһы Мортаза Рәхимов булһа, аталары һис шикһеҙ ул ваҡыттағы БР Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры Борис Николаевич Мелкоедов, Көйөргәҙе районы хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы Ҡотлоәхмәтов һәм Күмертау ҡалаһы хакимиәте башлығы Сергей Иванович Афонин ине. Улар араһында, редакция бинаһына ремонт эшләгәндә, гәзитте ойошторғанда, коллектив туплағанда, оргтехника, транспорт мәсьәләләрен хәл иткәндә, һәр ваҡыт аңлашыусанлыҡ булды. Бер ҡасан да ярҙамдарынан айырманылар.

Гәзиттең тәүге мөхәррире булыуым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. «Юшатыр»ҙың ул ваҡыттағы идеологы, минең урынбаҫарым, гәзит ене ҡағылған тәжрибәле журналист Тәлғәт Ғиндулла улы Шаһмановҡа, яуаплы секретарь Руция Фәтҡулла ҡыҙы Дауытоваға, ҡораусы Милә Сәйфетдин ҡыҙы Ғафароваға, бухгалтер Зөлфиә Нурфәйез ҡыҙы Хәмитоваға, талантлы журналистар Урал Мөхәмәтйән улы Ҡәйеповҡа, Эльфрида Даян ҡыҙы Талиповаға, Хәлиҙә Зариф ҡыҙы Миһрановаға, Мәүлиҙә Шәһит ҡыҙы Садыковаға, фотохәбәрсе Нина Васильевна Майороваға, машинистка Миңзилә Нурулла ҡыҙы Рәхимоваға, корректор Венера Ирек ҡыҙы Йәғәфәроваға, водитель Илһам Ялсығоловҡа ихлас рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә.

Шулай уҡ гәзиткә аяҡҡа баҫырға һәр яҡлап ярҙам ҡулы һуҙып торған «Кумертауское время», «Куюргаза» гәзиттәре баш мөхәррирҙәре Закир Насир улы Әҡбәров менән Геннадий Никитич Басовҡа, ҡала типографияһы директоры Икрам Алескер оғлы Әхмәдовҡа, типография ҡораусыһы Зилә Хөсәйен ҡыҙы Насироваға ла сикһеҙ рәхмәтлемен!

Яңы эшкә тотонғанда, кадрҙарҙы дөрөҫ һайлай белеү ҙә ҙур оҫталыҡ талап итә ул. «Юшатыр» гәзитен асҡан саҡта ул йәһәттән үҙ һөнәрҙәренең оҫталары булған белгестәргә ҡытлыҡ кисермәнек. Гәзит эшенең барлыҡ нескәлектәрен белгән Тәлғәт ағай Шаһманов, Руция Дауытова, журналистар Эльфреда апай, Урал ағай, ҡораусы Милә Ғафарова әҙерлекле кадрҙар ине. Ундай профессионалдар барҙа эштәр ҙә ырап барҙы. Быға бер генә асыҡ миҫал: «Юшатыр» гәзите асылған йылда уҡ Рәсәй матбуғатының «Алтын фонды» исемлегенә инде.

Баш мөхәррирҙең эше тауыҡ сүпләһә лә бөтөрлөк түгел бит: редакция бинаһына капиталь ремонттан башланыҡ эштәрҙе. Артабан аҡсаһын да юлларға кәрәк ине, ҡағыҙ алып ҡайтыу ҙа мөхәррир елкәһендә, оргтехникаһыҙ ҙа булмай. Тап шундай ваҡытта артыңда ышаныслы тыл бар икән, тимәк, тотҡарлыҡтар булмаясаҡ.

Министрлыҡ етәкселәре, район хакимиәте башлыҡтары ярҙамы менән мин етәксе булып эшләгән өс йыл арауығында өс машина алыуға ирештек. Беренсе «Волга» машинаһын район хакимиәте башлығы Әхәт Йәүҙәт улы бирҙ
е. Икенсе «Волга»ны министрлыҡтан бирҙеләр. Тотонолған машина булһа ла, ҡәҙерле тарихи ҡомартҡы ине ул. Бығаса «Һәнәк» журналы редакцияһына беркетелгән булған. Уны миңә тапшырғанда «Һәнәк» тең баш мөхәррире Марсель Сәлимов:«Ҡәҙерләп кенә тотоноғоҙ инде. Был машинала Мостай Кәримовты күп йөрөттөк,» – тине.

Марсель Шәйнур алының аманатына тап төшөрмәнек, ҡәҙерләп һаҡланыҡ «Мостай машинаһын». 2007 йылдың декабрь аҙағында министрлыҡтан беҙгә яңы машина биреүҙәре тураһында шатлыҡлы хәбәр килде. Яңы 2008 йылды өр яңы ВАЗ 2107 машинаһы менән елдереп ҡаршыланыҡ.

Редакцияға яңы йәш көстәрҙе йәлеп итеү ҙә көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе ине. Фотохәбәрсе Әҡлимә Имаева, хәбәрсе Айгөл Буранғолова, гәзиттең бөгөнгө баш мөхәррире Малик Ильясов ана шул йәш кадрҙарҙы редакция эшенә йәлеп итеү сәйәсәтенең емеше. Бөгөн редакция хеҙмәткәрҙәре тотороҡло эшләй икән, тимәк, заманында ныҡлы нигеҙ һалынған. Теҙген ышаныслы ҡулдарға тапшырылған.

Ҡасандыр минең дә ҡатнашлығым менән донъяға килгән баҫманың эшмәкәрлеген күҙәтеп барам: шатлыҡтарына ҡыуанам, проблемалары булһа, борсолам. Ана, республикабыҙ етәкселеге гәзиттең бөгөнгө мөхәррире Малик Ильясовтың 19 йылдан ашыу фиҙакәр эшен дә юғары баһаланы: Атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре исемен бирҙе. Форсаттан файҙаланып, Малик Миңлебулат улын ихлас күңелдән ҡотлайым.

Ә юбилей сараһына килгәндә, ил өҫтөнә төшкән афәт тамамланһын әле, байрам булыр. Мотлаҡ буласаҡ!

Сибәғәт РАХМАНҒОЛОВ. БР-ҙың Атҡаҙанған Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәре, «Юшатыр» гәзитенең беренсе мөхәррире.
Автор:
Читайте нас