Ҡыйбатлы ҡағыҙҙа, төрлө һүрәттәр менән биҙәлеп, типографияла баҫылғаны түгел. "Мөхтәрәм, Фәлән Төгәнович, һеҙҙе шул көндө, шул сәғәттә бик зарығып көтөп ҡалабыҙ", тип, семәрләп, яҙылмаған, мисәте лә юҡ. Әммә был Саҡырыу ҡағыҙы беҙгә, ҡулдан ғына яҙылһа ла, барыбер бик ҡәҙерле - һине кемдер ҡайҙалыр саҡыра икән, тимәк, кәрәгең бар.
Бөгөн Тимербайға барабыҙ, быныһы асыҡ, аңлайышлы белдерелгән, ә иртәгә ҡайҙа барырға? Буш садикка килегеҙ тигәндәр, буш торған балалар баҡсалары күбәйгәндән-күбәйә хәҙер, уларҙы япҡандан ябалар - оптимизация.
Шуға әле баш ватып ултырған көн - ҡайһы ауылда икән был буш садик?