Бөтә яңылыҡтар
ҮҘЕБЕҘ ХАҠЫНДА ҮҘЕБЕҘ
20 Февраль , 07:38

ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ӘЙТЕП ҠАЛАЙЫҠ

Ерҙә мәңге йәшәү мөмкин түгел, Ер үҙе лә, түгел мәңгелек.

ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ӘЙТЕП ҠАЛАЙЫҠ
ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ӘЙТЕП ҠАЛАЙЫҠ

ЙЫЛЫ ҺҮҘҘӘР ӘЙТЕП ҠАЛАЙЫҠ

Ерҙә мәңге йәшәү мөмкин түгел.
Ер үҙе лә, түгел мәңгелек.
Бер- беребеҙгә йылы һүҙле булып,
Ҡылып ҡалайыҡсы изгелек.
Йылы һүҙҙәр һатып алынмай бит,
Ниңә шуға һаран икәнбеҙ.
Ваҡытында әйткән йылы һүҙҙең
Беләбеҙ бит дауа икәнен.
Уйламайса әйткән ауыр һүҙҙәр,
Уңалмаҫлыҡ яра, эҙ һала.
Йәнде үртәп, күңел дәртен һүрә.
Ғәфү һорау гелән һуңлана.
Йәшәйексе миһырбанлы булып.
Изгелекле итеп күңелде.
Былайҙа бит шатлыҡ-ҡыуаныстан
Үкенестәр күберәк түгелме.
Күрше хәлен белеү, сәйгә алыу
Матур йолаларҙа юғала.
Фани донъяларҙа үҙеңдән һуң,
Яҡындарға беҙҙән ни ҡала.
Бер ултырып, һағынып һөйләр өсөн,
Ҡалһа ине исем - затыбыҙ.
Яҡшы кеше ине, тип әйтергә,
Булһын ине беҙҙең хаҡыбыҙ.
Р. Ибрагимова, Ҡотлоюл ауылы
Ошолай тип яҙған яңыраҡ ижад иткән шиғырында Рима апай. Һәр кемгә тап килеп торор һүҙҙәр. Тере йән тип уйламаһаҡ та, беҙҙең гәзиткә лә тура килә – биттәребеҙҙә бик йыш йылы һүҙҙәр баҫыла (ҡыҙғанысҡа, күңелгә ауыр булғандары ла баҫыла).
Йылы, яҡшы һүҙ тигәндә, тәү сиратта, ҡотлауҙар, рәхмәт хаттары тураһында әйтәбеҙ. Беҙҙә улар, шөкөр, күп баҫыла. «Йылы һүҙҙәр һатып алынмай бит» тиһә ла апайыбыҙ, беҙҙә ҡотлауҙар өсөн түләргә кәрәк. Күп түгел – гәзит плюс ВК 800, ВК ғына булһа- 300 һум.
Алтын тәңкә бик ҙур мал түгел, бер күрешеү –үҙе бер ғүмер тип йырлаған кеүек, гәзит биттәрендә йышыраҡ яҡшы сәбәптәргә бәйле күрешәйек, һөйөнөслө хәбәр-яңылыҡтарыбыҙ күберәк булһын. Йылы һүҙҙәрҙе, бер-беребеҙҙән йәлләмәй, ваҡытында әйтеп ҡалайыҡ.

Автор:
Читайте нас