Әминә - Таймаҫ ҡыҙы. Яңыраҡ ҡына (беҙгә шулай тойола) ул, «Юшатыр» гәзитен тотоп, фотоға төшөп , беҙгә ебәргәйне. Өләсәһе менән бергә төшкәйнеләр. Фәүзиә инәй бергә, Әминә әле лә матур итеп донъя көтөп ята икән. Ниңә ҡапылда был хаҡта иҫкә алырға булдыҡ – Әминәгә бөгөн 7 йәш тулған! Бына үткән ғүмер! Биш йыл буйына Әминә һәм Фәүзиә апай, көн дә күрешеп, һөйләшеп тормаһаҡ та, гел беҙҙең менән, серҙәш, әхирәт булғандар килеп сыға, артабан да шулай була күрһен.
Тағын еребеҙгә яҙ килә. Был йәшел миҙгел килер ҙә китер, уны йәйҙәр, көҙҙәр, ҡыштар алмаштырыр, ғүмер йылғаһы ағыр ҙа ағыр, Әминәбеҙҙең күңелендә генә һәр саҡ яҙ булһын – йәмле, йылы, яҡты. Тыуған көнөң менән һине, балаҡай.