Бөтә яңылыҡтар

Таралырҙар томандар

Башҡа ваҡыт булһа, күркәләнеп сығып киттек, ергә лә теймәй табан тип шиғыр уҡып та барған булыр инек.

Таралырҙар томандар
Таралырҙар томандар

Әле юҡ ундай кәйеф. Юлы бик насар, ямғыр ҡатыш ҡар яуа, етмәһә, урыны-урыны менән томан. Әллә кире боролабыҙмы? Башҡа ҡотортҡос уй килә, шулай ҙа машина алға елә. Ярар, бер ҡуҙғалғас, барып етәйек, ысынында, ныҡ теләгәндә, Күмертауҙан Өфөгә тиклем барып була. Һаҡ ҡына барһаң. Ә күрше-тирә район-ҡалаларҙың бәғзеләре Республиканың Баҫма һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы коллегияһының киңәйтелгән ултырышына барыуҙан баш тартҡан да ҡуйған (бына аҡыллы баштар): юл насар, бара алмайбыҙ. Һыныҡҡа һылтау.

Кәйефтәр бер сама. Әлеге көн кеүек. Алда беҙҙе нимә көтә, аныҡ ҡына береһе лә яуап бирә алмай.

...Тираждар кәмей, эш хаҡы ташҡа үлсәйем, кадрҙар юҡ (гәзиттәрҙә эшләгән журналистарҙың уртаса йәше 52 йәш), почта эшләмәй (улар үҙ вазифаһына бөтөнләй ҡул һелтәне ахры)...  Етәкселек ошо, бөтәһенә лә күптән билдәле, проблемаларҙы әйтте, Көрсөктән нисектер сығырға кәрәк, юлдарын эҙләргә кәрәк. Әлбиттә, гел уфтаныу-зарланыу булманы, телевидение, радио, гәзиттәрҙең маҡтанырлыҡ яҡтары ла юҡ түгел, кемдеңдер рекламанан килгән аҡсаһы артҡан, кемдер ниндәйҙер конкурста еңгән, бөтөн яуырынға һалынған бурыстарҙы, бер нимәгә ҡарамаҫтан, былтырғы йыл дауамында үтәгәнбеҙ.

Лайыҡлы тип тапҡан журналистарҙы бүләкләнеләр. Атҡаҙанған исемен апаруҡ кеше алды, янда ултырған бер апай уларға ҡыҙығып, көнләшеп ҡараны.

- Миңә ҡасан бирерҙәр икән?

“Берәүгә һин — нан, Берәүгә һин — нам, Берәүгә һин — дан, Берәүгә һин — ҡан…”

Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ваҡытлыса етәксеһе Искәндәр Әхмәтвәлиевтың сығышы бик сағыу булды. Беҙҙә бит нисек: үрҙән килгән кеше, ҡағыҙға текәлеп, алдан әҙерләнгән тексты уҡый, ғәҙәттә, ялыҡтырғыс, тапалған, яңғырауыҡлы һүҙҙәр һөйләй. Тыңлауы күңелһеҙ. Ә Искәндәр Рәүеф улы ҡатмарлы булған кеүек төшөнсәләрҙе лә ябай тел менән, үҙебеҙсә, үҙ тарихынан миҫалдар килтереп, үтемле итеп һөйләне. Түрәләргә генә түгел, беҙҙең күп журналистарҙа ла юҡ ана шундай талант: ҡатмарлы төшөнсәләрҙе лә ябай итеп аңлатып яҙыу.  

Гәзиттәрҙең эстелеге тураһында аҙағыраҡ һөйләштек. Кафела үҙебеҙ генә ултырғанда. Нисә журналист - шунса фекер тигән кеүек, һәр ҡәләм оҫтаһының теге йәки был хәлгә үҙ ҡарашы. Нимә яҙырға, нисек яҙырға, әллә бөтөнләй яҙмаҫҡамы (ҡул бармаған темалар була)? Беҙҙеңсә, гәзиттәр үҙенең төп функцияһынан ситләште кеүек: оператив яңылыҡтарҙы, аналитик материалдарҙы баҫаһы урынға, ҡайҙандыр табып, йән әрнеткесерәк хикәйәме (енси яҡҡа тартһа, тағы ла шәберәк), көләмәсме баҫыу, рецептар, доғалар менән мауығыу. Йәки, бик йыш күҙгә ташланғаны: күберәге кем кемде көсләгән, һуйған, талаған тибындағы материалдарҙы күп баҫыу...

...Ҡайтҡанда күңеллерәк булды – юл аҙмы-күпме асылғайны. Йырлап уҡ ҡайтып бармаһаҡ та, күңелдәр өмөткә тулы: беҙҙең гәзиттәрҙең дә яҙмышын бары тик ваҡытлыса ғына томан ҡаплағандыр.

Автор:
Читайте нас