

Булған икән был хәлдәр. Бик күңелле хәлдәр – гәзитебеҙ үҙенең конкурсын үткәргәйне, «Юшатыр сибәркәйе» тип аталған ине ул. Хәҙер иҫләһәң... Шәп булғанбыҙ үҙебеҙ. Тиҫтәләгән ҡыҙ араһынан иң шәптәрен һайлап, сәхнәгә етеһе сыҡҡайны. Спонсорҙар эҙләү, туҡтауһыҙ репетициялар, сценарий, күлдәк һайлау, прическа яһау, фонограммалар яҙыу... Башҡорт милли хәрәкәте (Фәнит Моратбаҡыев), «Дуҫлыҡ» мәҙәниәт һарайы (Айгөл Ильясова) ярҙам итмәһә, был ҙур сараны йырып сыға алмаҫ инек.
Тәүҙә «Дуҫлыҡ»ты бирмәйбеҙ тинеләр, ана, «Рассвет» та еткән һеҙгә. Киттек Афонинға. Сергей Ивановичтың бер шылтыратыуы етте, мәҙәниәт һарайы беҙҙеке булды. Ғәләмәт саҡтар булған! Хәҙер бындайҙы үткәрегеҙ тиһәләр, ҡырҡа баш тартыр инек, дәрт тә ул ваҡыттағы һымаҡ түгел, аҡса яҡтары ла самалы.
Аҡса тигәндән. Билет хаҡы 50 һум ғына булған икән. Заманына күрә апаруҡ аҡса булғандыр ул. «Дуҫлыҡ» та «Дуҫлыҡ» булған. Ә ҡыҙҙар! Береһенән-береһе сибәр ете ҡыҙ! Хәҙер ҙур үҫкән инде улар, үҙҙәре бала әсәләре, барыһының да барыр юлы үҙҙәре кеүек матур ғына булһын – һеҙ беҙҙең тарихҡа ингән, уға биҙәк өҫтәгән һылыуҙар. Һағынабыҙ һеҙҙе, шул йылды, шул йылда йүгереп йөрөгән үҙебеҙҙе һағынабыҙ.
Ниңә ҡапыл иҫкә алдыҡ әле был конкурсты? Бөгөн ошо ваҡиғаға теп-теүәл 16 йыл. Был көндө беҙҙең яуаплы сәркәтип Айгөл менән уның тормош иптәше Рөстәмдең ҡыҙҙары тыуғайны. Бөгөн уға 16 йәш! Наҙгөлдө ихлас ҡотлайбыҙ, исеменә есеме тап килеп, ғүмерендә гел яҙ миҙгеле булһын һәм үҙен, гөлдө наҙлаған ҡояштай, яҙмышы гел наҙлаһын, иркәләһен.