Ниңә охранаға бармайһың?

Бөгөн беҙҙең тыуған көн. 21 йәште тултырҙыҡ.

Ниңә охранаға бармайһың?Ниңә охранаға бармайһың?
Ниңә охранаға бармайһың?

Бик әһәмиәтле йәш икән дә был – тап ошо йәштә әҙәм балаһы индивидум булараҡ формалашып бөтә икән, күңеле менән дә, тәне менән дә.  Дума депутаты булырға дәғүә итә ала, зарарлы эшкә ала алалар, ҡулына рәсми рәүештә мылтыҡ та алырға хоҡуғы барлыҡҡа килә.

Тыуған көн – моңһоу көн, кешеләр өсөн, үрә һикереп байрам итер көн дә түгел кеүек – бер йәшкә ҡартайҙым, ғүмерем бер йылға ҡыҫҡарҙы, бының нимәһенә ҡыуанаһың? Гәзит өсөн, киреһенсә, ни тиклем күберәк йәш, шул тиклем шәберәк. Беҙ йөҙйәшәр гәзиттәр менән бер рәттә тора алмайбыҙ, үтә ныҡ йәшбеҙ, йөҙ йәшкә тиклем, ғөмүмән, етеп булырмы? Икеләндерә.

...- Подписка, реклама тиһең дә йөрөйһөң, сыҡҡан мәҡәләң өсөн ҡай саҡ әрләнәһең, ял көндәрең дә юҡ, бысағымамы һиңә ул эш, охранаға бар ҙа ултыр, унда эш хаҡы ла күберәк, нервың да нығыраҡ, дубинкаңды ҡосаҡла ла ултыр, - бер етәксе шулай тип тәҡдим итте, милли гәзиттәр, ғөмүмән, милли һүҙенә бәйле барыһы тиҙҙән барыбер бөтәсәк.  Әйткән кеше үҙе лә, бик ҙур булмаһа ла,  етәксе.

- Ниңә һин, улайһа, Пятерочкаға барып һатып тормайһың, һинең дә эш хаҡың ташҡа үлсәйем, ҡул аҫтыңда эшләгәндәрҙең зарплатаһы һинекенән күберәк, эш хаҡы биргән көндә көнләшеп, аптырап, ултыраһың?

- ...

Ҡыҙыҡ та, ҡыҙғаныс та һөйләшеү. Батып барған карапта торабыҙ, әйтерһең. Шулай ҙа бөгөнгө байрам көнөндә күңелде йылытҡаны ла юҡ түгел, беҙҙе уҡыйҙар, хаттар яҙалар, ҡотлауҙар ебәрәләр (был да бик мөһим күрһәткес) икән... Тимәк, әле барбыҙ. Тимәк, әле охранаға беҙгә иртәрәк, унан килеп, 21 йәшлек егеттең эшеме ни ул, ишек төбөндә кемделер һағалап ултырыу?

Автор:
Читайте нас