Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең...

Күмертауҙа 2013 йылда булған ине был ғәжәйеп тамаша.

Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең...Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең...
Кисә генә ҡурсаҡ уйнап йөрөй инең...

«Сибәркәй» тип аталған конкурс ине ул, конкурсанттар - бәләкәй генә ҡыҙҙар. Һаман иҫтә, бик йәнле, дәртле булды сығыштары. Сәхнәлә, төрлө һынауҙарҙы уңышлы үттеләр, бишек йырын йырлап, «бәпәйҙәрен» бәүеттеләр, бөгөн был балалар үҙҙәре әсә булғандыр, ҡурсаҡ урынына ысын бәпестәрен бәүетәләрҙер.

Ностальгия... Күптән бындай сараларҙың булғаны юҡ. Әле был бәләкәстәргә һоҡланып, үҙебеҙҙең дә йәшлекте һағынып, ҡарап ултырабыҙ: бөтәгеҙҙең дә тормошо һәйбәт баралыр, тип өмөтләнәбеҙ, бәхетле әсә, кәләш һәм, әлбиттә, әсәйегеҙ өсөн һаман да яратҡан бала булып йәшәйһегеҙҙер.

Автор:
Читайте нас