Козлиная борода

Һауыт-һабаға хәҙер ҡытлыҡ юҡ.

Козлиная бородаКозлиная борода
Козлиная борода

Элекке осорҙа, күптәр белә, һәр быяла банка ла бик ҡәҙерле ине, өс литрмы, берме, барыбер, хужалыҡта бик кәрәк әйбер, уны ватыуҙан, сатнатыуҙан ҡурҡа-ҡурҡа, бик ҡәҙерләп тотонор инек. Ә хәҙер... Йәнең теләгән һауытты арзанға ғына алып була. Шулай ҙа, булғанына һаҡсыл ҡарау, уны ла, аҡсаны ла юҡ-барға тәләфләмәү ҡаныбыҙға мәңгелеккә һеңеп ҡалған.

... Ҡәһеүә эсеү ғәҙәте лә ҡанға ныҡ һеңгән. Беҙҙең эсемлек тә түгел ул, әммә иртән күҙҙе астыңмы, тәүге теләк - ҡәһеүә эсеү. Эштә лә шул. Ошо эсемлекте эсмәһәң, ҡулға эш бармаҫ кеүек. Шулай булғас, ҡәһеүәнең буш банкалары йыйыла ла китә. Сығарып ырғыт та онот, юҡ, булғандың ҡәҙерен белеү, уны аҙаҡҡаса ҡулланыу – беҙҙең милли холоҡ.

Гөлнур тейәп алып ҡайтып бөттө уларҙы. Нимәгә икән тип аптыраһаҡ, бына уларҙы нимә эшләтә, баҡһаң. Ҡышҡылыҡҡа запас һаҡлау өсөн бик шәп икән был банкалар. Өйҙәгеләр яңғылышмаһын тип, тышына сыймаҡлап та ҡуйған, быныһы смородина, быныһы мята, ә быныһы кәзә һаҡалы. Ниңә береһе русса, береһе башҡортса?  Кәзә һаҡалының исемен кем белә, козлиная борода тип яҙып ҡуйып булмай бит инде.

Автор:
Читайте нас