Тартай теленән таба

Ҡасандыр Күмертауҙың бер уҡыу йорттарының директоры булып эшләгән ирҙең (хәҙер ул Өфөлә) һөйләгәне иҫкә төштө. Дауаханала ятабыҙ (тимер юл балнисында), бер нисә ир-атбыҙ, бер көндө беҙҙең менән ятҡан иптәшебеҙ янына ҡатыны килде, ҡулында тоҡсай, аш-ғәләмәт алып килгән. Быларға ҡамасауламайыҡ тип, тышҡа сығырға булдыҡ, тиктормаған тел, сығып барышлай, ошолай тип һүҙ ташланы: бәй, абзый, кисә генә икенсе ҡатын килгәйне лә баһа яныңа, ҡайһыныһы ысын еңгә ул? Әйттек, көлдөк тә оноттоҡ. Тик бер заман аҡырышҡан тауыштар, селпәрә килгән быяла (еңгәнең алып килгән аш һауыты) тауыштары ишетәбеҙ. Теге ирҙең ҡатыны дау ҡуптарған. Тегеләйтеп тә былайтып та йыуатып ҡарайбыҙ (ҡуй, еңгә, ысынға алма, килмәне береһе лә, шаярттыҡ ҡына), юҡ, тыйып алып булмай. Бер таныш эстинәһәң, был телде сап та ырғыт икән ти торғайны, бында эсмәй ҙә телдең ана ниндәй ҙур бәләгә алып килеүе ихтимал.

Тартай теленән табаТартай теленән таба
Тартай теленән таба

...Беҙгә килеп-киткәндәр күп, байтағы туған һымаҡ булып бөтттө, кем нисек йәшәй, нисек тын ала – серҙәр ҙә уртаҡ булып китә. Бер абзый килгеләп йөрөй. Буйҙаҡ. Әммә осрашып йөрөгәне кешеһе бар. Уныһы ситтә, вахтала. Юҡ-юҡта ҡайтҡылап тора. Шул абзый, бер килгәнендә, әйт тә ҡуй: йөрө әле алданып, һинең артыңда ана шул ир менән осрашалыр әле.

Ирҙәр араһында бер-береңдән көлөү – борондан килгән ғәҙәт. Бигерәк тә, ҡатын-ҡыҙ өлкәһенә ҡағылып шаяртырға, төрттөрөргә шәпбеҙ. Маҡтаныу ҙа көслө: мин шуның менән булдым, бының менән. Ошолай һөйләп, бәлки, ир ирлеген иҫбатлайҙыр, кем белә.

Был юлы ла әйттем, көлдөм, оноттом.  Тик... Эш ҙурға киткән. Икенсе көнө үк шылтырата баяғы буйҙаҡ.

- Давай, әйт дөрөҫөн, ҡайҙа, нисек осрашып йөрөйҙәр. Быға тиклем дә һиҙенә инем, телефонда гел икеһе лә онлайн ултыра. Үҙ –ара һөйләшәләр гел, күрәһең. икеһен дә туҙҙырҙым, сволочтар, өйҙә мылтыҡ бар, атам мин уларҙы.

Шаяртыу ғына булды ла баһа, юҡҡа ҡыҙма, һинең һөйгәнең береһе менән дә йөрөмәй, теге иргә ҡара ла үҙеңә ҡара: һинең ул буй, ул..., ә тегенең.... Оҙаҡҡа һуҙылды был араларҙы асыҡлау, йә, тәҙрәнән күҙҙе алмай ултыр инде хәҙер, мылтыҡлы кеше килә ятмаҫмы тип (бер ҡыҙғанда мине лә расходҡа сығарыр), телсә сыҡҡыры тел арҡаһында.

Бер нисә рәт телефон аша һүгелеп, һөйләшә торғас, абзый тынысланды кеүек.

- Ғәфү үтен. Кеше һүҙе кеше үлтерә икәнен белмәйһеңме ни? Нисә төн йоҡлаған юҡ һинең арҡала.

Ғәйеп ҙур, әйтәһе лә түгел, ғәфү һораным. Кем белә һинең улай ҡыҙыу, көнсөл икәнеңде. Алтмыш йәштән һуң мөхәббәт ҡалай булғанын әлегә белгән юҡ та.

- Рәхәт булып китте. Бөгөн төндә йоҡлайым икән.

Миңә лә рәхәт булды. Һөйөү тарихы (мөхәббәт өсмөйөшө) имен генә тамам булды ахры. Юҡһа, тиктормаған тел арҡаһында, уның ахыры бигерәк насар булыуы ихтимал ине.

Автор:
Читайте нас