Бәхетле булайыҡ бөгөн

Иртәгәһе иртәгә булыр

Бәхетле булайыҡ бөгөнБәхетле булайыҡ бөгөн
Бәхетле булайыҡ бөгөн

Бөгөн беҙҙең көн - 14 июнь – Башҡортостандың баҫма һәм мәғлүмәт эшселәре көнө. Байрамдыр ифрат күп хәҙер, бәлки, шуғалыр ҙа, быныһын күргәне күрә, ҡотлап, ҡул ҡыҫа. күрмәгәне яндан үтә лә китә – бөтмәҫ һеҙҙең байрамығыҙ. Бөгөнгө көн саҡҡына булһа ла үҙең тураһында уйланыу көнө. Ниңә йәшәйем, йәшәүемдең мәғәнәһе бармы. Шағир яҙғанса: Кеше кешеләргә кәрәк булһын. Кеше булмаһа ла, гәзит тә - тере йән, ә беҙ кемгәлер кәрәкме? Тираж кәмей. Сәбәптәре төрлө: почта йүнле эшләмәй, ассимиляция көслө (бер саҡ Яҡшымбәттән редакцияға уҡыусылар килеп, шаҡ ҡатырҙы: башҡортса һөйләшмәйҙәр), ауылдарҙа халыҡ күҙгә күренеп кәмей (ауыл – милләт тотҡаһы). Ошо шарттарҙа милли гәзиткә «тере» ҡалыуы ауыр, әлегә алдыралар, уҡыйҙар, яҙышалар – тимәк, бөгөн йәшәйбеҙ. Кире бәйләнеш – гәзиттең кәрәк-кәрәкмәглеген күрһәтеүсе фактор, «Юшатыр»ҙың был йәһәттән эштәре ал да гөл, Аллаға һәм уҡыусыға шөкөр. Баяғы Шағир әйткәнсә:

Ҡанатланһын,

Тынғы белмәй алға ынтылһын.

Һөйһөн, Көйһөн,

Күркәм булһын кеше,

Халыҡ ғәме менән ул тулһын!

Үҙ ҡайғыһын Кескәй ҡайғы итеп,

Иң ҙур байрам көтөп йәшәһен.

Бөгөн ҡанатланып, тынға белмәй, һөйөп-көйөп, халыҡ ғәме менән йәшәп ятыш. Киләсәктә нимә булыр – был турала бер кем белмәй. Уйламай. Шулай рәхәтерәк. Беҙ ҙә бөгөн шулай итергә булдыҡ – башта бары тик байрам кәйефе, бөгөн, әлеге минутта бәхетле булайыҡ. Байрамыбыҙ менән беҙҙе!

Автор:
Читайте нас