Яҡты йорт

Улар өй һала.

Яҡты йортЯҡты йорт
Яҡты йорт

Ермолаевола. Күптән башланылар, йорт һалып ҡарағаны ғына белә - өй тигәс, өй ҙә өй бит. Бер мөйөшөн өйһәң, икенсе мөйөшөнә ҡул кәрәк. Әммә уларҙың бер башлағандың осона сыҡмай, туҡталырға иҫәптәре юҡ, йорт, күҙгә күренеп, үҫә, бына нигеҙе булды, бына стеналары.... Уты, һыуы, газы ла булыр. Бар донъялары - бөртөкләп, сүпләп йыйылған байлыҡтары, барыһы ла хәләл көс менән табылған, шуғалыр ҡәҙере ныҡ ҙур. Ике бала – ҡыҙҙар – ата –әсәһененән бигерәк үҙҙәре тиҙләтә эште: ҡасан бөтәһегеҙ? Ауыл – ауыл инде, беҙҙең халыҡтың күбеһенең ҡала тип ауыҙ һыуы ҡороһа ла, барыбер ауыл үҙенә тарта.

Йорттары әҙер булмаһа ла, әле үк нур сәсеп ултыра (йорт хужаһының характер-булмышын үҙенә ала), янынан үтеп киткән һәр бере мотлаҡ боролоп ҡарай: ҡалай матур был өй, кемдеке икән?

Ниңә ҡапыл ғына йәмле июнь иртәһендә был турала яҙырға булдыҡ?

Бөгөн коллегабыҙ Айгөл Халиҡованың тыуған көнө. Улар һала йортто.

Беҙ уны, (Айгөл менән бергә, бил яҙмай, йорттарының һәр кирбесен, сөйөн үҙе һалған-ҡаҡҡан Рөстәмде, ҡасан бөтәһегеҙ тип йөрөгән Наҙгөл менән Алһыуҙы) был байрамы менән ҡотлайбыҙ, иҫәнлек-һаулыҡ теләйбеҙ, ҡорған өйөгөҙ – Халиҡовтар донъя- һәр саҡ яҡты булһын!

Автор:
Читайте нас