Пенсияға етеп буламы, юҡмы?

Кисә Өфөлә Медиайыйын форумы үтте.

Пенсияға етеп буламы, юҡмы?Пенсияға етеп буламы, юҡмы?
Пенсияға етеп буламы, юҡмы?

Бишенсеһе. Был сараға республиканың журналистары йыйыла. Билдәле, ҙур йыйын йыйыр булғас, уның төп темаһы билдәләнә. Быныһың да темаһы булда -  «Барыһы ла Еңеү өсөн». Яһалма интеллект менән эшләүгә ныҡ иғтибар бирелде, хәҙер хәбәрсегә ул ҙур ярҙам, яфаланып, образдар уйлап, һөйләмдәреңде мөмкин тиклем матурыраҡ төҙөп ултыраһы түгел, шулай ҙа тере кеше яҙыуына етмәй тип һығымта яһап ҡуйҙылар. Тора-бара, кем белә, редакцияла ни бары бер кеше ултырыр, ошо яһалма интеллект менән бергә.  Унлаған хәбәрсе-фәлән тотоу урынһыҙ, штатты ҡыҫҡартырҙар. Быға етди сәбәптәр бар. Аҡса юҡ.

Йыйынға килгән республика башлығына эш хаҡтарының түбән булыуы тураһында һорау-үтенес биргәс, ул шулай тине:

- Һуғыш бара, үҙегеҙ күрәһегеҙ, аҡса юҡ, һуғыш бөтөр, шунан ҡарарбыҙ. Аңлағыҙ, миңә, дурт миллионлы халҡы булған төбәк етәксеһенә, ҡай саҡ кемдер аҡса һорап килә, бер –ике миллион һум ғына кәрәк тип, шунда ла елкәне тырнап, уйланып ултыраһың, бирергәме-юҡмы?

Пессимистик  кәйеф сорнап алды. Тираждар кәмей, почта эшләмәй тиерлек (был һорауҙы бирмәгеҙ, тине Радий Фәрит улы, почта проблемаһын беләбеҙ, уларҙың етәкселеге менән һөйләшербеҙ), халыҡ кәмей, телде белеүселәр, туған телдә уҡыусылар кәмей. Кемдер ҡағыҙ гәзиттәр Рәсәйҙә 2034 йылға тиклем генә буласаҡ тигәйне, бармаҡ бөкләп, һанай башланылар, ул йылда миңә нисә йәш була – пенсияға сығып өлрөгәмме?  

- Эштең ҡыҙығы ҡалманы,- бер нисә редактор менән әңгәмәләшкәндә, ошолайыраҡ әйттеләр, - эш хаҡы артмай, эш, бурыстар өҫтәлгәндән-өҫтәлә, кадрҙар менән бәлә, Фәлән редактор бәреп-ороп эштән китте лә барҙы, сварщик булып, хәҙер аҡсаны умырып ала, икенсеһе лә китте, хәҙер эш хаҡы ул уҡ булһа ла, көсөргәнешле эштә түгел, рәхәткә сыҡтым тип йөрөй...

Кадрҙар тигәндән, Башҡортостанда эшләүсе журналистың уртаса йәше 47 йәш.  Бер нисә йылдан был һан 50 булыр, унан 60... Ул йәшкә тиклем барып етә алһаҡ, әлбиттә.

Гөлфиә апай Яныбаеваның башында ла ошо хаҡта уйҙар. Уның менән бер кәлимә һүҙ әйтештек. «Апай, һеҙҙе ҡартлыҡ онотто әллә, һаман шул көйө матурһығыҙ. Рәсәй эстрадаһында Валерия исемле ҡатын бар, ҡартая белмәгән, һеҙ уны ла үҙҙырҙығыҙ, буғай».

Бүләктәр таратыу – бындай сараның айырылғыһыҙ, иң тәмле, ә кемдер өсөн, тәмһеҙ, көйөнөү мәле. Байтаҡ ҡына журналист грамота алды. Атҡаҙанған исеме бирелгәндәр ҙә күп кенә булды. Улар араһында беҙҙең яҡташ, яңыраҡ ҡына акционерҙар йәмғиәте (беҙ хәҙер шулай аталабыҙ) генераль директоры урынбаҫары итеп тәғәйенләнгән Марсель Байдәүләтовтың булыуы ла шатлыҡ хистәре уятты. Был исемгә егерме, хатта утыҙ йыл барып-барып та барып етә алмағандар бар. Ҡаҙарма ауылы донъяға Тамара апайҙы, Ғәлим абзыйҙы биргән, арттарынан уларҙы, бына,  Марсель улдары ҡыуып етеп килә.

Атҡаҙанғанды таратҡандарында урттарын тешләп ултырыусылар ҙа юҡ түгел ине. Миңә ниңә һаман бирмәйҙәр икән, документтарымды күптән ебәрҙем дә баһа? Пенсияға сыҡһам, пенсияма бер нисә йөҙ һум өҫтәлер ине, үлеп китһәм, был кеше атҡаҙанған булды тип тә яҙырҙар ине...

Күңелдәр булғансы фотоларға төшкәс, һәр береһе ҡайтыу яғына ашыҡты (иртәнге дүрт-биштә, ә кемеһелер, төнгө өстә үк Өфөгә ҡуҙғалғандар, арытҡан), башҡаланан төрлөһөн төрлө яҡҡа илткән юлдар буйлап машиналар елде,тыуған яҡҡа табан ғына түгел, ә пенсия йәшенә табан да елдерә ине улар – ул ваҡытҡа тиклем барыһына ла барып етергә яҙырмы?

Автор:
Читайте нас