Ғүмер сәғәте

Ҡасан да булһа ул туҡтар.

Ғүмер сәғәтеҒүмер сәғәте
Ғүмер сәғәте

Шуныһы һәйбәт: беҙ был турала белмәйбеҙ. 

"Тәҡдир, тәҡдир - бәллүр түгел, үтә күренмәй. әлдә, ярай, киләсәгең алдан күренмәй", тип дөрөҫ йырлайҙар икән. Иртәгәһен кем белә, бөгөн беҙ үҙебеҙгә бәләкәй генә ял яһаныҡ. Бының өсөн ниндәйҙер сәбәп тә кәрәкмәй, бер нисә миҙгелгә  сабыуҙан туҡталып, ултырып торайыҡ әле, тип бик аҡыллы ҡарарға килдек. Күптән шулайтҡан юҡ, юғиһә. Эшебеҙ әллә ни мөһим дә түгел кеүек, донъя проблемаларын хәл итмәйбеҙ, шулай ҙа, хәл бөтә, малай, ваҡыт етмәй. Ә бөгөн бер аҙға уны - ғүмер сәғәтен - туҡтатып торҙоҡ кеүек.  Күпме ашыҡма, барыбер барыһының осона сығып, өлгөрөп, етешеп булмай, ә ваҡыт беҙҙе көтмәй, алға йүгерә. Беҙ уны бөгөн, шулай ҙа, фәнгә ҡаршы барып, бер миҙгелгә туҡтата алдыҡ, шикелле. Йәл, оҙағыраҡҡа туҡтатырға ҡөҙрәт юҡ, быныһынан бигерәк, сәғәт телдәрен артҡа әйләндерергә беребеҙгә лә һәләт бирелмәгән. 

Автор:
Читайте нас