Яманһары ҡасан Молоканға әйләнгән?

Йәки, киреһенсә, ҡасан Молокан Яманһары булып киткән?

Яманһары ҡасан Молоканға әйләнгән?Яманһары ҡасан Молоканға әйләнгән?
Яманһары ҡасан Молоканға әйләнгән?

Бөгөнгө һанда фактикмы, географикмы хата киткән - Молокан байрамы мәҡәләһенә Яманһарылағы байрам фотоһы баҫылған.

Үҙебеҙгә үҙебеҙ аптырап ултырған көн, гәзитте асһаҡ... Молокандар урынына яманһарылар баҫып тора. Ҡасан Закир, Хәким, Рәмил абзыйҙар, Гөлназ апайҙар Молоканға күсеп китеп өлгөргән әле тип, тәүҙә, шаҡ ҡаттыҡ, унан барып етте - беҙ үҙебеҙ уларҙы шулай "күсергәнбеҙ".

...Байрамдар күп бигерәк. Һәм унда төшкән фотолар ҙа бер-береһенә, игеҙәктәр кеүек, оҡшаш. Әммә был беҙҙе бер нисек тә аҡламай, әлбиттә. 

Редакция яманһарыларҙан да, молокандарҙан да, теҙ сүгеп, ғәфү үтенә. Киләсәктә бер ауылды икенсеһенә күсермәҫкә һүҙ бирәбеҙ. 

Автор:
Читайте нас